[{{mminutes}}:{{sseconds}}] X
Пользователь приглашает вас присоединиться к открытой игре игре с друзьями .
Обычный башкирский
(3)       Использует 21 человек

Комментарии

Мультилингва 7 августа 2021
Словарь включён в программу мероприятия [08.08.21 - 29.09.21] Мультилингва МЕГА 3.
Мультилингва 15 августа 2018
Словарь включён в программу мероприятия [18.07.18 - 07.09.18] Мультилингва МЕГА 2.
Написать тут
Описание:
Тексты длиной 270-300 символов
Автор:
Phemmer
Создан:
25 июля 2017 в 20:26 (текущая версия от 12 июля 2020 в 17:21)
Публичный:
Нет
Тип словаря:
Тексты
Цельные тексты, разделяемые пустой строкой (единственный текст на словарь также допускается).
Информация:
Поиск и подбор материала: I_rena
Нарезка отрывков словаря: Phemmer
Содержание:
1 Уның буй-һыны ла, яңаҡтары ла ҡаҡсараҡ, ҡуңыр йөҙлө, ҡап-ҡара күҙҙәре, ыҫмалалай ҡап-ҡара сәстәре иғтибарҙы тартып тора. Бына малайҙар, яр буйына килеп етеп, Ҡалманай йылғаһына һоҡланып ҡарап торҙолар. Нисек ажарланған, ғәйрәтләнгән ул! Ҙур-ҙур боҙ киҫәктәрен уйынсыҡ урынына өйрөлдөрөп ағыҙа.
2 Башҡалары менән сағыштырғанда һарыҡ көтөүе араһындағы үгеҙ һымаҡ күренгән бер ҙур боҙ малайҙар торған тәңгәлдән үтеп китте лә алыҫ түгел йылға бөгөлөндә ярҙы барып һөҙҙө һәм шытырлап өс-дүрт киҫәккә ярылды. Хәсән, нисектер, көрһөнөп ҡуйҙы. Был тиклем боҙҙар ҡайҙарҙан килә икән, малайҙар, ә? — тине.
3 Яҙыуын ныҡлап төрөп, бер иптәше аша алдараҡ ултырған Илнурға бирҙерҙе. Тегеһе ҡағыҙҙы алыу менән, күҙ йөрөтөп сыҡты ла, Хәсән яғына боролоп, йылмайып башын ҡаҡты. Риза, йәнәһе. Хәсән былай һәйбәт уҡыусыларҙан һаналһа ла, иғтибарын дәрескә йүнәлтә алманы, хыялы менән Ҡалманай буйҙарын ҡыҙырҙы.
4 Өс тәҙрәһе урамға ҡарап тора. Рәфҡәт ҡапҡанан кергәндә, Әмин ҙур ғына утын түмәрен тәгәрәтеп маташа ине. Ул, иптәшенең килеүенә ҡыуанғандай, көлөмһөрәне лә әлеге түмәрҙе ике ҡуллап тәүҙә күкрәгенә, унан баш өҫтөнә күтәрҙе. Көсәнеүҙән күҙҙәренең ағы ялтыраны, урттары ирләндеке кеүек ҡабарҙы.
5 Ул, сәмләнеп, түмәргә барып тотондо. Ҡыҙарынып-бүртенеп, ерҙән айырып алып күкрәгенә күтәрҙе, ләкин, нисек кенә көсәнмәһен, артығына хәленән килмәне, түмәрҙе ергә ташланы. Әмин ҡәнәғәтләнеү менән: Ә-ә, бына күрҙеңме, кем маҡтана! — тине һәм, ике ҡулын күтәреп, беләк мускулдарына ишара яһаны.
6 Уның ҡылығы Илнурға ла ҡыҙыҡ тойолдо, тик ул етдилеген юғалтманы. Бөгөндән кәрәкмәй, Әмин, — тине ул һәм уның ҡалын яурынына еңелсә һуғып алды. — Уҡыуҙар бөтһөн, көндәр йылынһын әле. Малайҙар аҙбар буйында ятҡан бүрәнә өҫтөнә ултырышты. Бында һалҡынса, елдән дә ышыҡ, ҡояш нурҙары ла сағыуыраҡ төшә.
7 Был һорау һәр ҡайһыһының күңелен өйкәне. Шул хаҡта бергәләп һөйләшә башлағанда ғына ҡапҡала овчарка тоҡомона тартым һары этен эйәрткән Сафа күренде. Кәүҙәгә йоҡа, буйға ла бәләкәй генә. Кәрәкле кишер япрағы, — тине Әмин, сертләтеп ергә төкөрөп. Сафа туп-тура малайҙар эргәһенә килде.
8 Әгәр хәҙер үк, серегеҙҙе бер кемгә лә һөйләмәйем, тимәһәң, ошо рәшәткә аша баҡсаға ырғытам үҙеңде. Ҡуй, Әмин, теймә уға, имгәтеп ҡуйыуың бар, — тине Рәфҡәт, уның еңенән тотоп. Ә Сафа китергә уйламаны ла, бары йылмайҙы ғына: Улай янаһаң, серегеҙҙе иртәгә үк бөтә мәктәп беләсәк.
9 Малайҙар араға керергә өлгөрә алмай ҡалды, Аҡтырнаҡ асыулы, ҡурҡыныс күҙҙәрен Әмингә төбәп, аҡ тештәрен ялтыратып ырылдап ҡуйҙы. Әмин шунда уҡ Сафаның яғаһын ебәрҙе лә ситкәрәк тайпылды. Яҡлаусыһы бар берәүҙең, — тип мығырланы ул. Быға тиклем үҙен бик етди тотҡан Илнур ҙа был юлы көлөмһөрәне.
10 Юлға үҙҙәре менән ниндәй әйберҙәр алырға, нисек туҡланырға, сәйәхәт ваҡытында нәмәләр менән ҡыҙыҡһынырға — береһе лә ҡалманы. Илнур, эңер төшкәс кенә, иптәштәрен оҙатты, үҙе өйҙәренә инергә ашыҡманы, нисек кәмә табыу хаҡында уйланды. Малайҙарҙан был турала күңел йыуатырлыҡ фекер булманы.
11 Тик уны әлегә иптәштәренә асырға ҡабаланманы. Их, уйы барып сыҡһа икән! Уның капитан булып, диңгеҙҙәрҙе, океандарҙы гиҙергә хыялланыуын күптәр белмәй. Әммә шул яҡты хыялыңа юлды ауылың эргәһенән аҡҡан йылға буйлап сәйәхәттән башлау насармы ни! Малайҙың йөрәге ҡанатланып ҡуйҙы.
12 Бына минең телняшкалағы һыҙыҡтарҙай береһе артынан икенсеһе буй-буй һуҙылған зәңгәр тулҡындар, алтын ҡомло пляждар, көньяҡ ҡояшы... Унда тиклем кәмәлә барып етеп буламы ни? — тип шик белдерҙе Әмин. Тегеһенең иҫе лә китмәне. Бик теләһәң — була! — тине, ҡустыһын шаяртыуын дауам итеп.
13 Хыялы менән мәңге йәшел кипаристарҙы, пальмаларҙы күреп һоҡланды. Тәлгәштәре ҡыуаҡтарын һырып алған йөҙөмдәр, һап-һары емештәренән һығылып ултырған өрөктәр, абрикостар, яландарында тәгәрәшеп ятҡан күнәктәй ҡауын-ҡарбуздар, уның күҙҙәрен осҡонландырып, ауыҙына һыуҙар килтерҙе.
14 Ул, үҙ уйҙарына күмелеп, шәп-шәп атланы. Рәфҡәттәргә юл тотто. Дуҫын үҙ яғына ауҙарһа, икәүләп Илнур менән Хәсәнде лә сәйәхәтте ағым ыңайына йүнәлтергә күндерерҙәр. Ҡалай шәп булыр! Рәфҡәт өй алдына сыҡҡан да аҙбар башындағы ояһы өҫтөндә сыбыҡҡа ҡунып һайраусы сыйырсыҡҡа төбәлеп ҡарап тора.
15 Тик уларҙы яратҡан кешене кәмһетмә һин, — тине. Ярай-ярай, мин шаярттым ғына, — тип, үҙенә хас булмағанса, артҡа сигенде Әмин. Эйе, ул әле иптәшенең, көйһөҙ ҡылына ҡағылырға теләмәй ине. Шулай тип ҡотол, — тине Рәфҡәт, нисектер, күңеле күтәрелеп. Шуны ғына көткәндәй, Әмин уға яҡыныраҡ килде.
16 Әмин ағаһы менән һөйләшеүен, үҙенең хыялдарын һөйләп биргәс, Рәфҡәт, урынында сыҙап тора алмай тапанып, ҡулдарын ыуып ҡуйҙы. Һай, шәп булыр ине диңгеҙҙе күреп ҡайтһаң! Бөтә малайҙар, ҡыҙҙар шаҡ ҡатыр ине! Улай ғына тиһең, — тип өҫтәне Әмин, — уҡытыусыларҙың, бөтә ауылдың иҫе китер ине.
17 Ысынлап та, нисек матур яһалған! Фабриканан сыҡҡанмы ни! Ҡойроҡта, урта тәңгәлдә һәм морон өлөшөндә ултырырға йәтеш кенә урындары ла бар. Илнурҙың атаһы Хәбиб ағай ныҡ тырышҡан. Малайҙарҙан берәр-икешәр таҡта килтертте лә үҙҙәренән үк шып-шыма итеп йышҡы менән йыштырҙы.
18 Унда Ағиҙел, аҡ пароходтар, шуларҙың береһендә — минең ағай... Юҡ-юҡ, улай бармай, — тине Хәсән, үҙ һүҙлеләнеп. — Үрҙә беҙҙе серҙәр, матурлыҡтар көтә. Бәлки әле, граждандар һуғышы партизандары эҙенә лә юлығырбыҙ. Әмин ҡыҙа төштө, күмер кеүек ҡара күҙҙәренән бына-бына осҡондар сәсрәр һымаҡ ине.
19 Һөйләшеү буйынса, һәр кем икмәк, йомортҡа, консерва, картуф, шәкәр, тоҙ һәм башҡа ризыҡты етерлек алып килерме? Хәйер, уныһы булыр ҙа ул. Ә сәйәхәт нисегерәк килеп сығыр? Экипажда берҙәмлек, дуҫлыҡ яғы ҡыуанырлыҡ түгел: Крылов мәҫәлендәге аҡҡош, суртан, ҡыҫала һымағыраҡ.
20 Әлбиттә, Илнур атаһының кәңәштәрен тотасаҡ. Илнур «карап» ҡа рюкзагын урынлаштырғас, уң яғына аҫылған планшет һымаҡ нәмәһенән үҙе яһаған картаһын сығарҙы ла, уны йәйеп, һоҡланғандай ҡарап торҙо. Картаһында аҡ ҡағыҙға йылға һәм уның буйындағы ҡайһы бер ауылдар төшөрөлгәйне.
21 Ҡояш ҡыҙҙыра башланы. Ләкин йылға өҫтөндә еләҫ, һалҡынса, ишкәкселәргә генә эҫе. Сөнки һөҙәк ярлы, һыу буйҙарында ваҡ ташлыҡтар йәйелеп ятҡан үҙәндәргә сығыу менән, Ҡалманайҙың ағымы көсәйҙе, ул «карап» ты алға үткәрмәҫкә тырышты, ишкәктәргә көсөргәнешлекте әҙ генә кәметһәң, дә, артҡа ағыҙҙы.
22 Әммә малайҙар сәмле ине шул. Улар, бер-береһен алмаштырып, тештәрен ҡыҫып, ҡайырып-ҡайырып иште, ә ҡойроҡта ултырғаны һайыраҡ урындарҙа ҡолғаны йылға төбөнә терәп этә-этә ярҙамлашты. «Карап», ағым көсөн еңеп, әкренләп булһа ла алға үрләне. Әле яңы ғына ишкәксе урынын алған Әмин көрһөнөп ҡуйҙы.
23 Уның бындай һүҙҙәре ғәҙәтигә әйләнгәнлектән, бер кем дә иғтибар итмәне, һәр ҡайһыһы, нисектер, үҙ уйҙары, хәстәрлектәре менән мәшғүл ине. Ана, Хәсән яр буйындағы ҡуйы ҡыуаҡлыҡтарға, улар араһынан мөһабәт булып ҡалҡып торған олпат тирәктәргә, түбәләре болоттарға тейә яҙған тауҙарға һоҡланып бара.
24 Тағы ла күпме йәм-күркәмлектәр күрәсәген уйлап, йөрәге ҡыҫылып-ҡыҫылып ала. Ә Рәфҡәт өҙөк-өҙөк ишетелгән ҡоштар тауышына ҡолаҡ һала. «Карап» бөҙрә талдар эргәһенән үтеп барғанда, нимәгәлер иғтибар итеп, йөҙө яҡтырып, күҙҙәре баҙлап китте уның. Ҡарағыҙ әле, ҡарағыҙ! — тип ҡысҡырҙы ул ҡапыл.
25 Әмин, тирләп-бешеп ишә-ишә, «карап» ты алға үрләтә. Тороп-тороп, үҙенең ағым ыңғайына йөҙөү тураһындағы хыялын уйлап, йөрәге әсенеп китә. Бындай саҡта ишкәктәрен һүлпәнерәк йөрөтә башлай. Ләкин үҙенә ҡаршы ултырған Илнурҙың күҙ ҡарашын тойоп, ишкәккә ныҡлабыраҡ тотона. Бер аҙҙан тағы йомшара.
26 Рәфҡәт шунда уҡ, «карап» ты бер аҙ сайҡалтып, Әмин эргәһенә килде. Улар урындарын алмашҡансы, кәмә әкрен генә артҡа сигенде. Әммә оҙаҡҡа түгел. Рәфҡәт ишкәктәрҙе эләктереп алды ла ныҡлап ишә башланы. Әмин менән серҙәре береккәс, иптәштәре алдында үҙен, нисектер, уңайһыҙ тоя ул.
27 Ҡалманай ҡапыл һулға боролдо ла, яр буйҙарындағы туғайлыҡты ваҡ сауҡалыҡ алмаштырҙы. Унда һыйыр көтөүе йөрөй ине. Күрәһең, был бейек үләнле урынға яңыраҡ килеп сыҡҡандарҙыр. Яр башында, йылғаға ҡарап, ҙур ғына ҡыҙыл үгеҙ тора. Уны күреп, Аҡтырнаҡ ҡапыл һауһаулап өрөп ебәрҙе.
28 Был юлы башҡаларҙың, да ауыҙҙары йырылды. Сафаның шаяртыуы уларға ла оҡшап ҡуйҙы, ахырыһы. Ағас күперҙе үтеп, йәнә ике саҡрым самаһы киткәс, бөҙрә талдар үҫкән ҡырсынлы урында төшкө ашҡа туҡтанылар малайҙар. «Карап» тың когы, йәғни ашнаҡсыһы, Сафа ең һыҙғанып сәй ҡайнатырға тотондо.
29 Һыу тубыҡтан саҡ юғары, тик шаршыға ҡаршы атлау ифрат ҡыйын ине. Хәсән «карап» моронондағы бауҙан тартып, Сафа иһә арттан этеп, әкрен генә алға атланылар. Аяҡ аҫтарында эреэре тайғаҡ таштар. Хәсән бер нисә аҙымдан тайып йығылып, һалҡынса һыуға ҡойоноп сыҡты. Аяғы ауыртһа ла, рәхәт булып ҡалды үҙенә.
30 Шуларҙы уйлаһаң, ҡыуанмаҫҡа мөмкинме! Эйе, беҙҙең Урал төбәктәре үҙе бер хазина инде ул! Сафа алда Ҡалманайға ҡушылған бер йылғасыҡты күрҙе. Ул ярайһы уҡ алыҫтан, урмандар менән ҡапланған тауҙар араһынан, килеп сыға ла киң генә яланды ярып үтеп, өлкән туғаны менәм тоташа.
31 Малайҙар тиҙ генә «карап» тан һикерешеп төштөләр ҙә, уны ҡороға тартыбыраҡ, йыуан ғына талдың төбөнә бәйләп, рюкзактарын таллыҡ буйына килтереп ҡуйҙылар. Аҡтырнаҡ еҫкәнә-еҫкәнә тирә-йүнде әйләнеп сыҡты. Унан, нимәлер эҙләгәндәй, ҡайҙалыр инеп юғалды. Көн кискә ауыша башлағайны.
32 Шулай ҙа йылы, ҡояш нурҙары ла артыҡ һүрелмәгән. Малайҙарҙың күңелдәрен күтәрергә теләгәндәй, таллыҡтан ҡоштар һайрағаны ишетелә. Илнур менән Сафа ҡармаҡ һалырға әҙерләнде. Капитан фарман бирергә лә онотманы: Башҡалар усаҡ яғыу өсөн ҡоро-һары әҙерләй. Сафа менән беҙ кискелеккә балыҡ ҡаптырабыҙ.
33 Илнур менән Сафа ҡармаҡтарын емләп йылғаға ташланылар ҙа, күҙҙәрен ҡалҡыуыстарына төбәп, балыҡ ҡапҡанын көттөләр. Бәләкәй йылға Ҡалманайға ҡушылған урында тыныс ҡына ятыу хасил булған. Илнурҙың иҫәбе буйынса, бында балыҡтар һуғылып китергә, был тирәне үҙҙәренең яратҡан төбәктәре итергә тейеш.
34 Ысынлап та, оҙаҡ та үтмәне, Илнурҙың ҡалҡыуысы һелкенеп ҡуйҙы, шунан ҡапыл ғына һыуға батты. Ана, ҡара, ҡапты! — тине Сафа ла, ҡалҡыуысҡа үрелеп ҡарап. Күрәм, ҡысҡырма, — тип бышылданы тегеһе һәм сыбыҡ тотҡан ҡулын алғараҡ һуҙҙы ла ҡыҙыл ҡанатлы көмөш балыҡты ярға ырғытты.
35 Сафа ҡармағына боролғайны, һыу өҫтөндә үҙ ҡалҡыуысын тапманы. Ул, ҡабаланып, сыбығына тотондо, ебе скрипка ҡылылай тартылғайны. Малай, сыбығын күтәрә башлағайны, ҡарағусҡыл һыртлы, ҙур башлы балыҡ һыу өҫтөнә ҡалҡты ла, ҡойроғо менән ҡаты ғына һуғып, кире сумды. Ҡармаҡ сыбығы көйәнтәләй бөгөлдө.
36 Унан улар һыу инергә төштө. Көн буйы йылынған йылғала ҡояш байыр алдынан һыу инеүҙең ләззәтен кем белмәй! Сафа үҙҙәренән аҫтараҡ шау-гөр килеп һыу ингән иптәштәренә ҡыҙығып ҡараһа ла, балыҡ ҡаптырыуҙан туҡтарға иҫәбе юҡ ине. Әммә уға һыу инергә лә, йәнә балыҡ ҡаптырырға ла тура килмәне.
37 Малай уға иғтибар ҙа итмәне, усаҡ яғып ебәрҙе, таған ҡорҙо. Ҡоро сыбыҡ-сабыҡ бик тиҙ дөрләп янып китте. Сафа бәләкәй биҙрә менән һыу килтереп, тағанға элде лә картуф әрсергә кереште. Шунда уҡ ҡомда гәпләшеп ятҡан иптәштәре яғына башын бороп: Хәсән, Әмин, балыҡ таҙартығыҙ! — тип ҡысҡырҙы.
38 Был һүҙҙәр шаярып әйтелһә лә, бер кем дә көлмәне, уны һәр кем ысын итеп ҡабул итте. Ә Сафаның ауыҙы ҡолағына еткәйне. Эңер ҙә төштө. Тын ғына аҡҡан йылға өҫтөндә унда-бында балыҡ ҡарпығаны күҙгә салынды. Эргәләге болонда бытбылдыҡтың дәртле тауышы ишетелде. Таллыҡтар ниндәйҙер шом менән уралды.
39 Тик быны ул бер кемгә һиҙҙермәне. Хәйер, төнгә ҡаршы бындай хисте башҡалар ҙа кисерҙе шикелле. Илнур һүнеп барған усаҡҡа ҡараш ташланы ла: Төнгөлөккә утын күберәк кәрәк булыр, — тине һәм урынынан торҙо. — Әйҙәгеҙ, тағы ла бер аҙ ҡоро-һары йыйып киләйек. Малайҙар дәррәү урындарынан ҡуҙғалды.
40 Сафа, честь биргәндәй, ҡулын сикәһенә тейҙереп: Есть, иптәш капитан! — тигән булды һәм, шунда уҡ урынынан тороп, уҙ вазифаһын үтәй ҙә башланы. Ҡалманай буйында ятҡан серек бер түмәрҙе усаҡҡа килтереп һалды. Тиҙҙән, серәкәйҙәрҙе өркөтөп, тирә-яҡҡа ҡара-һоро төтөн йәйелде.
41 Төн уртаһы күптән ауышҡайны инде. Сафа ултыра бирҙе, Аҡтырнағы ла уның эргәһендә башын ал аяҡтарына ҡуйып күҙҙәрен йомдо. Эт—эт инде: аҙ ғына ҡыштырлауға ла, алыҫтан килгән тауышҡа ла уның ҡолаҡтары ҡуҙғалып-ҡуҙғалып ҡуйҙы. Сафа, ҡыҙарып торған аяҙ көнбайышҡа ҡарашын төбәп, уйға сумды.
42 Атаһы, ғәҙәтенсә, тамаҡ ҡырып ҡуялыр. Сәйәхәткә китмәһә, Сафа ла күптән ятҡан булыр ине. Әсәһе, моғайын, уның янына килеп, арҡаһынан ҡағып, башынан һыйпап китер ине. Шундай саҡта уға әсәһенең ҡытыршыраҡ ҡулдарынан ниндәйҙер йылылыҡ, рәхәтлек яғылып ҡалғандай була һәм ул бик тиҙ татлы йоҡоға тала.
43 Ауыр көрһөнгән тауыш Сафаның татлы уйҙарын бүлде. Әмин һикереп тороп ултырҙы. Йоҡлап булмай, серәкәй тынғы бирмәй, — тине ул, әсенеп. Төрөнөбөрәк ят, — тип кәңәш итте уға Сафа. Төрөнөп ҡарайым да ул, тик барыбер ҡайҙандыр инәләр ҙә йә танау, йә ҡолаҡ төбөндә генә безелдәй башлайҙар.
44 Йоҡлап ҡара унан. Башҡа малайҙар ҙа әйләнде лә тулғанды. Серәкәйҙәр бер кемгә лә тынғы бирмәне. Сафа усаҡты тағы ла нығыраҡ яндырҙы. Теге серек бүрәнә киҫәге лә, инде тамам кибеп, дөрләп ҡабынып китте. Әммә серәкәйҙәр юрған аҫтына, малайҙарҙың йөҙҙәре йәшеренгән урынға, юл тапты.
45 Шулай ҙа бер мәл усаҡ тирәһе тынып ҡалды. Сафа, ултырған килеш, үҙе лә йоҡомһорай башлағайны. Ҡапыл Аҡтырнағының, нимәлер һиҙенеп, өрә башлауын ишетеп, күҙҙәрен асты. Тап шул саҡ эте абалап өрә-өрә болон яғына сабып китте. Сафа ла, йәһәт кенә тороп, уның артынан ташланды.
46 Аяҙ күктән яртылаш кәмегән ай һәм секрәйеп ҡараған йондоҙҙар яҡтыһында төлкөгә оҡшаған йәнлекте шәйләп ҡалды һәм йылмайып ҡуйҙы. Аҡтырнаҡ теге йәнлекте бер аҙ ҡыуып оҙатҡас. Сафа менән усаҡ янына ҡайттылар. Был ваҡытта малайҙар ҙа тороп ултырғайны. Нимә бар унда? — тип һораны Илнур.
47 Шунда магазинға һуғылып китербеҙ, — тине. Ишкәктәрҙе дәртле йөрөтөп, ҡолға менән арттан этә-этә, сәйәхәтселәр «карап» ты алға ҡыуҙылар. Төшкә табан Ҡобау ауылы тәңгәлендә туҡталып, магазиндан икмәк, пакетлы аш, шәкәр алып киттеләр. Ҡалманай өҫкә ауып торған ҡуйы урмандар эсенән аға ине хәҙер.
48 Уның үҙәне тарайҙы, һыуы һайыға төштө. Яр буйҙарындағы йүкә, ҡарама, саған һәм башҡа ағастар йомшаҡ ҡына елгә лә япраҡтарын шыбырлатып, ә иҫәпһеҙ-һанһыҙ ҡоштары һәр ҡайһыһы үҙ йырын һуҙып, сәйәхәтселәрҙе сәләмләп ҡала ине. Тәбиғәт күркенә бөтөнләй вайымһыҙ кеше юҡтыр донъяла.
49 Был урында урман бер аҙ артҡа сигенгән дә ҙур булмаған аҡлан барлыҡҡа килгән. Унда клевер, кәрешкә, ҡыңғырау сәскә, ҡыяҡ үләндәр үҫкән. Араларында балтырған, айыу көпшәләре күренә. Илнур, ҡарашы менән тирә-яҡты байҡап: Утын күп, балыҡ тотоу өсөн уңайлы, ашты балтырған ҡушып бешерергә мөмкин, — тине.
50 Күрәһең, унда ниндәйҙер йән эйәһе бар ине. Малайҙар балтырған йыйып килтергәс, Сафа уйға ҡалды: нисек бешерергә? Шулай ҙа йүнен тапты. Башта ваҡлап туралған балтырғанды ныҡлап ҡайнатты, бешеп сыға яҙғас ҡына, һауытҡа пакетлы ашты һалды. Бына тигән балтырған һурпаһы килде лә сыҡты.
51 Барған һайын ағастар ҡуйыра төштө. Йүкә сәскәләренән бал еҫе аңҡый. Тармаҡланып үҫкән мөһабәт имәндәр, киң япраҡтарына төрөнгән зифа сағандар, аҡһыл ҡытыршы ҡабыҡлы ҡарамалар, олпат ағастар араһына һыйынып ултырған йыла, муйылдар һәр ҡайһыһы тәбиғәтте күркәмләндерә, тулыландыра ине.
52 Әмин дә тәбиғәткә вайымһыҙ түгел. Ул да уның, биҙәктәрен күрә, тыштан һиҙҙереп бармаһа ла, үҙенсә һоҡлана ине. Бына Рәфҡәт, тармаҡлы ҡарт ҡараманың ҡороған ботағында һикерәндәп йөрөгән ҡара башлы йәшкелт ҡошсоҡҡа күрһәтеп: Ана, ҡарабаш турғай, — тине. Беләбеҙ, өй тирәһендә лә була ул, — тине Әмин.
53 Малайҙар ҡоштар менән мауығып бөтә донъяларын оноттолар, урманға һаман эскәрәк инделәр, хатта һуҡмаҡтан тайпылыуҙарын да һиҙмәнеләр. Ә Рәфҡәткә ҡоштар тураһында һөйләргә генә булһын: әллә ниндәй сипылдыҡ, һылыуҡас, алағанат, ҡыҙылғойроҡтар тураһында бөтә белгәндәрен сығарып һалыр.
54 Ҡайһы берҙәрен күрһәтеп, тауыштарын да тыңлатты. Уның ҡоштар донъяһын яҡшы белеүенә Хәсән көнләшеп ҡуйҙы. Малайҙар бер мәл, ҡайтырға тейешлектәрен ҡапыл иҫтәренә төшөрөп, тирә-яҡтарына күҙ һалһалар, ҡайҙа килеп сыҡҡандарын да айыра алманылар. Юлыбыҙ, моғайын, был яҡҡалыр, — тине Хәсән, ҡулын һуҙып.
55 Рәфҡәт ике малайға ла аптырап ҡараны. Туҡтағыҙ әле, малайҙар, һеҙ ни һөйләйһегеҙ, минеңсә, юл был яҡҡа бит. Их, Илнурҙан, исмаһам, компас та алып китмәгәнбеҙ бит. Өс малай уртаҡ фекергә килә алмай, ошо урында бер аҙ тапанғас, ҡояшҡа күҙ һалмаҡсы булды. Тик күкте болот ҡаплағайны шул.
56 Төрлө ҡоштар тауышынан һәм ағас япраҡтарының елгә ҡыштырлауынан башҡа бер ни ҙә ишетелмәне. Малайҙар, бәлки, Ҡалманай буйына барып сығырбыҙ әле, тип Хәсән күрһәткән яҡҡа атланы. Бындай осраҡта кемгә лә булһа берәүгә буйһонорға кәрәк бит. Әмин, Рәфҡәткә асыуланып, төкөрөнөп ҡуйҙы.
57 Әмин, етте тигәндәй, ҡулын һелтәне. Эйе, урман серле шул ул. Һәр аҙымыңа күҙҡолаҡ булып йөрөмәһәң, нисек аҙашҡаныңды һиҙмәй ҙә ҡалаһың... Байтаҡ барғас, малайҙар, туҡталып, тирәйүндәренә ҡаранып алдылар. Урман ҡуйыра, ҡараңғылана төштө. Кис тә яҡынлашалыр инде. Малайҙарҙың йөҙҙәренә борсолоу сыҡты.
58 Рәфҡәттә лә шунда уҡ төҫ ине. Әйҙәгеҙ, берәй юлға йәки һуҡмаҡҡа барып сығырбыҙ әле. Ел көсәйҙе шикелле, урман шомло шауланы. Ябалаҡтың, «а-һа-һа» тип, шарҡылдап көлгәндәй тауышы яңғыраны. Ямғыр һибәләй башланы. Хәсән үҙенең ғәмһеҙлеге, урманға инеү юлын билдәләй бармауы өсөн үкенә ине.
59 Бәлки, пароходҡа, ағаһы янына ла юл тотор ине. Рәфҡәт, борсолһа ла, юлды табасаҡтарына ышанды. «Их, тиҙерәк ҡояш сыҡһа икән», — тип уйланы. Урман эсләп йөрөй торғас, бер мәл Хәсән үҙҙәренән ун-ун биш аҙымда ваҡ ағастарҙың ҡапыл һелкенешеп ҡуйыуына иғтибар итеп, шып туҡтаны.
60 Әмин шунда уҡ боролдо ла йүгереп тә китте. Уның артынан Рәфҡәт ташланды. Айыу, малайҙарҙың ығы-зығыһын күреп, үкереп ебәрҙе. Әкрен-әкрен артҡа сигенгән Хәсән уның эргәһендә өйрөлгән бәләкәй генә балаһын да шәйләп алды. Бындай айыуҙың уҫаллығы хаҡында кемдәндер ишеткәнен хәтерләп, ҡаушауы арта төштө.
61 Улай ғына түгел, малайға ул яҡынлаша бара ине шикелле. Хәсән аҙымын тиҙләтә төштө, шул ыңғайға йыртҡысҡа күҙ ташлау өсөн башын борҙо һәм ҡапыл, ярҙан һикергәндәй, түбәнгә осто. Ярай әле, ниндәйҙер көс менән артҡа саңҡайып өлгөрҙө һәм соҡор төбөндәге иҫке япраҡтар өҫтөнә аяғы менән килеп төштө.
62 Шул саҡ өҫтә ағастар ҡыштырлағаны, айыуҙың ырылдап ҡуйыуы ишетелде. Ул, соҡор ситенә килеп етеп, аҫҡа ҡараны. Төптә, ағас тамырҙары аҫтында, стенаға терәлеп, ҡатып ҡалған малайҙы күрмәһә лә, еҫен һиҙепме, тағы ырылдап ҡуйҙы. Унан соҡор ситендәге ҡыуаҡтарҙы ҡыштырлатып бер тирәлә өйрөлдө.
63 Ул арала айыу, шаян балаһын юллапмы, ситкәрәк китте. Ләкин Хәсән сығырға ашыҡманы. Ул тыныслана төштө. Ниңәлер атаһы менән әсәһен хәтеренә төшөрҙә, йөрәге ҡыҫылып ҡуйҙы. Улар малайҙарының бында ултырғанын белһәләр, ни эшләрҙәр ине икән? Икеһе лә, айырыуса әсәһе, уның өсөн үлеп тора бит.
64 Аҙашып йөрөгәндә һәм ағас башында ултырғанда: «Был бәләнән ҡотолһам, ҡайтып ҡына китәм инде», — тип үҙен үҙе нығытҡан Әмин, иптәштәренең шат ҡиәфәттәрен күргәс, бер һүҙ ҙә өндәшмәне, телен тешләне. Малайҙар әлеге соҡорҙо, тирә-йүнде ҡарап сыҡтылар, йәнә өс һайыраҡ соҡор таптылар.
65 Ысынлап та, саған ботаҡтары менән ҡаплатҡас, ҡыуыш ярайһы килеп сыҡты. Уның алдында дөрләп усаҡ ҡабынды. Сафа картуф менән балыҡ һурпаһы бешерҙе. Шуны икмәк менән һуҡҡас, малайҙарҙың кәйефе күтәрелеп китте. Быға тиклем ике төн серәкәйҙәрҙән яфаланып йүнләп һөйләшә лә алманылар.
66 Ен-пәрейҙәр, албаҫты һәм мәскәй әбейҙәр тураһындағы әкиәттәр, өлкән йәштәге кешеләрҙең һөйләгәндәре хәтеренә килеп, нисектер, ҡалтыранып ҡуйҙы Хәсән. Ләкин шунда уҡ үҙен ҡулға алып, былар хаҡында оноторға тырышты. Юҡ, күңелеңә кереп, бөтә хыялыңды биләп алған нәмәләрҙән ҡотолоп буламы ни.
67 Ер ҡаты, өҫтәүенә, тамыр-томорҙар ҡамасаулай. Әммә партизандар ныҡыштар, ҡаҙа башлаған соҡорҙо тәрәнәйткәндән-тәрәнәйтә баралар. Шунан уны үҙҙәре йәшәрлек, ел-ямғыр теймәҫлек, һалҡында өшөмәҫлек хәлгә килтергәндәрҙер. Ә бына уларҙың тәрән бер соҡоро бөгөн уға, Хәсәнгә, бәләнән ҡотолорға ярҙам итте.
68 Склад-фәләндер. Унда аҙыҡ-түлек, ҡорал һәм кәрәк-яраҡтар һаҡланғандыр. Шуға күрә быныһын тәрәнерәк итеп ҡаҙығандарҙыр. Хәсән, уйланып ултырып, утыны янып бөткән усағын да онотто. Улай ғына ла түгел, йоҡо уны ла яғаһынан бөрөп ала башланы. Малай, уға ҡаршылыҡ күрһәтеп, күҙҙәрен асырға тырышып ҡараны.
69 Таңға табан ел баҫылды. Болоттар таралып, күк йөҙөндә йондоҙҙар йым-йым итте. Шуны ғына көткән кеүек, безелдәшеп, әллә ҡайҙарҙан серәкәйҙәр ҡыуыш эсенә лә килеп инде. Уларҙың «моңдары» ҡыуыш эсендәге малайҙарҙың да ҡолаҡ төптәрендә яңғыраны. Тик ул бөгөн уларҙы уята алманы.
70 Тик Аҡтырнаҡ ҡына уяулығын юғалтмаған. Әминдең ҡыштырлауына, ҡолаҡтарын торғоҙоп, башын күтәрҙе лә киренән алғы тәпәйҙәре араһына төшөрҙө. Уның был хәрәкәтенән, үҙ кешеһең әле серем итһәм дә була, тигәнде аңларға мөмкин ине. Хәйер, Әмин уға иғтибар ҙа итмәне. Уның ҡарашы Хәсәнгә туҡталды.
71 Ул, гүйә, теләр-теләмәҫ кенә ағым ыңғайына йөҙөп китте. Әмин иһә һаҡлыҡ менән генә ҡыуышҡа инеп ятты. Аҡтырнаҡ шиксел ҡарап ҡуйһа ла, тауыш сығарманы. Ә ҡыуыш эсендәге малайҙар, танауҙары тирәһендә серәкәйҙәр ҡайнашыуҙан тынғыһыҙланып, бошорғоланып, бер ни һиҙмәй йоҡлай бирҙе.
72 Һыу өҫтөнә яңы ғына һауылған күбекле һөттәй аҡ томан йәйелгән. Йылға аръяғындағы ҙур булмаған үркәс тауҙарҙы ҡаплаған урмандар ҙа шыйыҡ аҡ томанға уранған. Ә тауҙар аръяғында көнсығыш яҡ үтә ҙур байраҡтан алһыу төҫкә мансылған. Хәсән тәбиғәттең, иртәнге хозурлығына һоҡланып ҡарап торҙо.
73 Шунда урман яғынан килеп сыҡҡан Аҡтырнаҡтың ҡыштыр-ҡыштыр йөрөүе уның уйҙарын бүлде. Ул артына боролоп ҡараны ла һүнгән усаҡты күрҙе. Сүгәләп, бер сыбыҡ менән уның көлөн болғатты. Энә осондай ғына осҡондар күренгеләй ине әле. Хәсән улар өҫтөнә ҡоро сыбыҡ-сабыҡ ташланы ла усаҡҡа өргөләне.
74 Хәсән блокнотын ҡабат рюкзакка һалғанда, Илнур ҡыуыштан килеп сыҡты ла һүҙһеҙ-ниһеҙ яр буйына барып баҫты. Ул да һыу өҫтөндә ап-аҡ мамыҡ шикелле түшәлеп ятҡан томанға ғәжәпләнеп күҙҙәрен текләне. Шул «мамыҡ» ҡа салҡан ятып, ләззәтләнеп булалыр һымаҡ тойолдо уға. Әммә уны был тойғо оҙаҡ биләмәне.
75 Еңел түгел. Ләкин беҙ Ҡалманай башына барып етергә тейешбеҙ, йәйәүләп булһа ла... Ихтимал, киләсәктә беҙ ҙур-ҙур йылғаларҙы ла, бейек тауҙарҙы ла, диңгеҙҙәрҙе лә, хатта океандарҙы ла күрербеҙ. Әммә мин шулай уйлайым: ошо сәйәхәт иң иҫтәлеклеһе, иң ҡәҙерлеһе булып ҡалыр, моғайын.
76 Аҙыҡ эҙләй, һыуҙағы төрлө ҡорттар, селбәрәләр менән туҡлана ул. Юҡ-барҙы һөйләп килмә әле, — тине Әмин, асыуын тышҡа сығарып. — Һинең әкиәтеңде тыңлап, бәләгә бер тарый яҙҙыҡ бит инде. Рәфҡәттең кәйефе ҡырылды. Мин юҡ-барҙы һөйләмәйем, — тине ул, үҙенә хас булмағанса, киҫкенлек менән.
77 Ярҙан һыуға ауған ҡарамаға барып тотолған «карап» ты иптәштәренең, табып алып ҡайтыуы уның күңелендә ҡабат-ҡабат ярһыу уята ине. Ҡуҙғалып киткәс, оҙаҡ та барманылар, бер ҙур ғына ауыл тапҡырынан үттеләр. Шаҡтай иртә булыуға ҡарамаҫтан, яр буйында бер нисә балыҡсы күҙгә салынды.
78 Ул ауылдар тапҡырында малайҙарҙың да, елкәңдәрҙең дә үҙҙәренә ғәжәпләнеп, ҡыҙыҡһынып, хатта көнләшеп ҡарауҙарын, ирекһеҙҙән йылмайып ҡуйыуҙарын аңламай ине, әлбиттә. Ауылды үтеп китеүгә, Ҡалманайҙың йәнә бер ҡушылдығы күренде. Их, шунда ҡармаҡ һалаһы ине, — тине Сафа, ҡушылдыҡҡа төбәлеп.
79 Капитан иһә әүәҫ ҡармаҡсы булһа ла, был юлы Сафаның үҙенә ишараһын яуапһыҙ ҡалдырҙы. Уның өсөн хәҙер алға табан йәһәтерәк йөҙөү бөтәһенән дә мөһимерәк ине. Ҡушылдыҡты уҙғас, Ҡалманай тарая, һайыға төштө, ағымы саҡ ҡына талғынланды. Шунлыҡтан «карап» алға йәһәтерәк китте.
80 Малайҙар бөгөн төшкө ашҡа ла туҡтаманылар. Юл ыңғайында, бер-береһен алмаштырған арала, икмәк менән балыҡ консерваһы ҡапҡылап алдылар. Көн кискә ауышып, инде тамам арығас, улар капитандарына ҡарап-ҡарап ҡуйҙылар. Ни әйтер, йәнәһе. Илнур уларҙы аңлай ине, ләкин туҡталырға ашыҡманы.
81 Әминдең ҡара күҙҙәренең ағы асыу менән ялтырап ҡуйҙы. Һаҡсы, имеш. Әрәм тамак ул. Әминдең тәүге көндән үк Аҡтырнаҡты яратып бөтөрмәүен белгәнлектән, малайҙар уға ҡаршы ни ҙә булһа әйтеп, һүҙ ҡуйыртып торманылар. Үҙ-ара сөкөрләшеп, тәбиғәт күркенә һоҡланып бара бирҙеләр.
82 Балыҡсылар тарафынан ағастар аралап шаҡтай таҡыр һуҡмаҡ һалынғайны. Малайҙарға Аҡтырнаҡ та эйәрҙе. Уның, менән күңелдәренә тынысыраҡ ине. Бер аҙ барғас, ҡолаҡтарына һыу шыптырлағаны ишетелгәндәй булды, Сафа бер шыйыҡ сыбыҡ һындырып алды ла этенә муйынсаҡ яһап, уны етәкләп тотто.
83 Күп тә үтмәне, урман араһынан бер асыҡлыҡ күренде. Унда, яр буйында, бер ир кеше усак яғып маташа. Ә икенсеһе, сандыр ир, резина кәмәне һыуҙан сығарып тора ине. Ана, йылғаны иңләп ау ҡалҡыуыстары күренә, — тине Хәсән, ярым бышылдап. Эйе, — тине Сафа, тартылған этен тыйып.
84 Был браконьерҙарҙы аҡылға ултыртып булмаҫмы? Улар ҡыуыш янына әйләнеп килгәндә, иптәштәре йоҡларға йыйына ине. Инде ярты төн етеп килһә лә, күҙ бәйләнмәгәйне әле. Ел баҫылды, серәкәйҙәр безелдәп оса, ләкин малайҙар, тәүге көндәге кеүек, туҡтауһыҙ сәбәләнмәйҙәр. Күрәһең, кеше серәкәйгә лә өйрәнәлер.
85 Ярты төн ауышҡас, Сафа менән Рәфҡәт браконьерҙарҙы күҙәтергә китте. Улар бер-ике сәғәттән генә әйләнеп килде. Йоҡланылар, шикелле, — тине Сафа. — Оҙаҡ ҡына һөйләшеп, араҡы эсеп ултырҙылар ҙа баштан-аяҡ төрөнөп, усаҡ эргәһенә тәгәрәнеләр. Хырылдағандары әллә ҡайҙан ишетелеп тора.
86 Йылға өҫтө ҡарағусҡыл көмөшләнеп, шомло булып күренә. Тороп-тороп һиҙелер-һиҙелмәҫ һалҡынса ел иҫеп ҡуя. Илнур кәмәне ауҙың аръяҡтағы таяғына йүнәлтте. Моронда ултырған Хәсән, килеп етеү менән, таяҡты ипләп кенә күтәрҙе лә бауҙарын киҫеп тә төшөрҙө. Ауҙың был яғы һыу түбәненә ағып китте.
87 Унан Илнур һаҡлыҡ менән генә кәмәне теге яҡҡа ыңғайлатты. Хәсән уның оҫталығына һоҡланып ҡуйҙы. Яр буйына яҡынлашҡас, өҫтә, һүнеп бөткән усаҡ эргәһендә, бер-береһенә яҡын ғына ятҡан ике кәүҙәне шәйләне Хәсән. Ул көсөргәнеш менән шуларҙы күҙәтте. Бына береһе, ҡуҙғалып, ыңғырашҡандай итте.
88 Малайҙар киткән арала ул үҙҙәренең икмәктәре, пакетлы аштары һалынған рюкзакты ҡыуыштан ҡырҡилле аҙымдағы бер соҡорға, ҡуйы үлән, сытырмалыҡ араһына, илтеп ташланы. «Иртәгә ни эшләрһегеҙ икән? Тағы ла боролмаһағыҙ, күҙ күрер», — тине ул, иптәштәренә яңы бәлә вәғәҙә иткәндәй.
89 Илнур үҙе дежурный булғас, төн буйы йоҡламаҫҡа тырышты. Теге балыҡсыларҙың килеп сығыу ихтималын уйлап, усаҡты ла әҙ генә, серәкәйҙәрҙе ҡурҡытырлыҡ ҡына итеп быҫҡытып ултырҙы. Иптәштәре йоҡоға сумып, үҙе генә ҡалғас, ауылды, атаһы менән әсәһен, ағаһы менән һеңлеһен хәтеренә төшөрҙө.
90 Тауҙай тулҡындар ажарланып карапҡа урғыла, уны күтәреп һуғып, упҡын ҡосағына ташларға теләй. Ләкин батыр капитан Илнур Шәмсуров карапты дауыллы диңгеҙҙең ҡоторонҡо тулҡындары аша ҡыйыу алып бара. Ул шулай татлы хыял тулҡынында йөҙөп нисек күҙҙәре йомолғанын да һиҙмәй ҡалды.
91 Шунда уҡ уны сәйер бер төш биләп алды. Диңгеҙ буйлап карапта баралар, имеш. Ҙур-ҙур тулҡындар уларға ябырыла. Ләкин бирешмәйҙәр, бары алға ғына ынтылалар. Ҡапыл ҡайҙандыр ҡот осҡос ҙур йыртҡыс килеп сыҡты. Ул, ҡойроғон борғолап йөҙә-йөҙә, ауыҙын асып карапҡа яҡынлаша, бына-бына йота.
92 Яҡтырғайны инде. Тәбиғәттән ниндәйҙер сафлыҡ аңҡый. Ҡалманай, уның аръяғындағы тау битләүҙәрен ҡаплап алған урмандар өҫтөнән шыйыҡ төтөн һымаҡ быу күтәрелә, эргәләге ағастар араһында ҡоштар сырсыу килә. Бына тынғыһыҙҙар! Нисек йоҡолары килмәй? Аҡтырнаҡ та йылға буйында еҫкәнеп йөрөп ята.
93 Киткән булһалар, тиҙ генә ашап-эсеп алырға ла юлға ҡуҙғалырға кәрәк. Малай яр буйы һуҡмағынан әкрен генә атланы. һалҡынса ине. Үләндәрҙән аяғына, салбар балағына ысыҡ тамсылары яғылды. Браконьерҙар урынлашҡан аҡланға етәрәк ул эйелә төштө, ҡарашын алға төбәне. Аҡланда берәү ҙә күренмәне.
94 Илнур үҙенең артында уның ҡайнар һулышын тойғандай булды. Ул йүгереүен тиҙләтә төштө. Иптәштәре янына илтә торған һуҡмаҡтан бармай, һулғараҡ, урман эсенә, елдертте. Был тирәлә ағастар һирәк, шаҡтай иркенләп йүгерергә мөмкин ине. Шунлыҡтан балыҡсы-браконьер әкренләп малайға яҡынлаша ине.
95 Мин кисә төндә эт өргән, әтәс ҡысҡырған тауыштар ишеткәндәй булғайным. Улайһа, хәҙер беләбеҙ уны, — тине Рәфҡәт һәм аҡлан ситендә башҡа ағастарҙан ҡалҡыбыраҡ ултырған ҡарағайға табан йүнәлде. Ул ағас баштарына үрмәләргә әүәҫ ине. Бәләкәйерәк саҡта ҡош ояларын туҙҙырғаны ла булды.
96 Ул икегә бүленеп, бер яғында — кейем-һалым, икенсе яғында аҙыҡ-түлек һатыла икән. Әлегә ишектәре бикле. Илнурҙар иртәрәк килгәндәр шул. Магазин алдында шаҡмаҡлы күлдәк, джинсы салбар кейгән ҡуңыр йөҙлө малайҙан башҡа бер кем дә юҡ. Аһ, ҡасан асылыр инде? — тине Илнур, магазинға ымлап.
97 Хәсән яурынын йыйырып ҡуйҙы. Һыйырбыҙҙыр, моғайын. Улайһа, алабыҙ. Оҙаҡламай магазиндар асылды, һатыуҙа икмәк юҡ ине. Илнурҙар печенье, консерва, шәкәр алып сыҡҡанда, ят малай уларҙы көтөп тора ине инде. Камера булған да бөткән. Их, кисә килә алманым шул, — тине ул, күңелһеҙләнеп.
98 Һөйләшеп килеп, байтаҡ араның артта ҡалыуы һиҙелмәне лә. Ҡалманайҙың йәнә бер ҡушылдығын үтеп киттеләр. Иршат, сылтырап ағып ятҡан шул йылғасыҡҡа күрһәтеп: Был — Етеҙәк тип атала, — тине һәм һул яҡта зәңгәрләнеп торған үркәс тауҙарға ишаралап: — Анау тауҙар араһынан ағып сыға, — тип өҫтәне.
99 Хәҙергесә әйткәндә, райком секретары инде. Тик оҙаҡ та үтмәй аҡ чехтар, уларға ҡушылған аҡ гвардиясылар беҙҙең яҡтарға ла килеп сыҡҡан. Алтынсурин бер төркөм иптәштәре менән урманға ҡасҡан. Урындарҙа аҡтарға эләккән большевиктарҙы, совет яҡлыларҙы ҡотҡарыу буйынса күп кенә ҡыйыу һөжүмдәр ойошторған.
100 Был юлы Алтынсурин көслөрәк партизан отряды ойоштора, аҡтарға ҡыйыу һөжүмдәр яһай, уларға һис тынғы бирмәй. Сабаталыла ла, Ҡалманайбашта ла, Таллыгүлдә лә партизандарҙың мәргән утынан бик күп колчаксы юҡ ителә, ҡоралдары, аҙыҡтүлек запастары тартып алына. Ләкин аҡтар ҙа тик ятмай.
101 Шуның ярҙамында аҡтар партизандарға көслө засада ойоштора. Был алышта күпселек партизандар, уларҙың батыр командиры ла һәләк була. Бынан һуң оҙаҡламай аҡтар беҙҙең яҡты ҡалдырып китә. Шунан бирле күпме йылдар үтә, ә Алтынсуриндың, уның көрәштәштәренең батырлығы онотолмай.
102 Мин дә тарихты яратам, — тине Әмин. — Тик мин дәреслекте генә уҡыйым шул. И-һи, улай ғына етмәй, дәреслекте беҙ бөтәбеҙ ҙә уҡыйбыҙ инде, — тине Иршат, йылмайып. Хәсән дә Иршаттың күп белеүенә көнләшеп ултырҙы. Быға саҡлы үҙҙәренең тыуған яҡтарының тарихын, батыр кешеләрен өйрәнмәүенә үкенеп ҡуйҙы.
103 Күңелендәге серен сисергәме, юҡмы тип, икеләнеп килде-килде лә әйтергә булды: Беләһеңме, Иршат, минең олатайҙың атаһы, йәғни ҡарт олатай ҙа ошо тирәләге партизан отрядына киткән дә ауылға әйләнеп ҡайтмаған. Аҡтар менән һуғышта үлгәндер инде. Атайым ошо хаҡта һөйләгәйне.
104 Ҡырсынлыҡтың арғы ситендә ҡыҙыл мәтеле бейек кенә яр һуҙылып, унан әллә ни алыҫ та түгел ауыл өйҙәренең ҡалай түбәләре ялтырашып, телевизор антенналары һерәйешеп күккә ашып тора ине. Иршат, шул яҡҡа күрһәтеп: А-а-на беҙҙең ауыл, — тине. Ул сәйәхәтсе тиҫтерҙәренә эҫенеп бөткәйне инде.
105 Мин дуҫ күргән кеүек, улар ҙа һеҙҙе яҡын итәсәктәр. Малайҙарҙың йөҙҙәре ниндәйҙер эске бер йылылыҡ, өмөт менән балҡып китте, һәр үҫмер кеүек, улар ҙа ҡунаҡҡа барырға, яҡты йөҙ күрергә, тәмле-татлы аштар менән һыйланырға ярата ине. Тик капитан ни әйтер? Уға төбәлделәр. Ә ул ебеп төшмәне.
106 Әммә береһе Илнурға айырыуса оҡшаны. Ҡалманайбаш ауылы тәңгәлендә аръяҡлап ҙур булмаған болонлоҡ һуҙыла, ә ҡаршы яҡ яр ҡуйы бөҙрә талдарға күмелгән. Яҙғы ташҡын ваҡытындалыр, бер өйәнке һыуға ауған да бер нисә тамыры менән генә ярға эләгеп ҡалған. Уның япраҡтары шиңә башлаған.
107 Шулай ҙа үҙебеҙҙең яҡтар һағындырҙы. Атай менән әсәйҙе, тиң, — тине Хәсән, йылмайып. Уныһы ла бар инде. Илнур киҫкен генә ҡулын һелтәп алды. Етте, малайҙар, һағыш хистәренә бирелер ваҡыт түгел. Кискә ҡоро-һары әҙерләргә, балыҡ тоторға ла кәрәк. Әле иртә, бәлки, магазинға ла өлгөрөрбөҙ.
108 Хәҙер рәхәтләнеп сәйләп алайыҡ әле. Малайҙарҙың күңелдәре күтәрелеп китте. Хатта Аҡтырнаҡ та, күстәнәстән үҙенә лә өлөш сығаһын һиҙенгәндәй, ҡойроғон болғап, малайҙар тирәһендә бөтөрөлдө. Сафа өсөн усаҡ яғыу, күп һынауҙар үтеп, ҡоромланып бөткән алюмин сәйнүктә Ҡалманай һыуын ҡайнатыу ғәҙәти эш ине.
109 Әмин йөҙөн һытып ситкә боролдо. Уның малайҙарҙан ҡалғыһы килмәй ине. Ләкин ул — дежурный, төйәк һаҡсыһы. Унан һуң капитандың әмерен бер һүҙһеҙ үтәргә килешкәйне улар. Малайҙар, Иршатҡа эйәреп, Ҡалманай буйлап атланы. Болондо үткәс тә, һуҡмаҡ уларҙы әрәмәлеккә алып инде.
110 Тырышлығығыҙ күренеп тора. Ә уларҙың нисек һәләк булғандарын беләһеңме һуң? Иршат башын эйеп уйға ҡалып торҙо. Унан: Аҙ ғына беләм, — тине. — Улар, партизан отрядының сигенеүен ҡаплап, колчаксыларға ҡаршы торғандар, үҙҙәре үлһәләр ҙә, иптәштәрен эҙәрлекләүҙән ҡотҡарғандар.
111 Иршаттың һуңғы һүҙҙәренән һуң Хәсән, ҡарт олатаһының аҡ мәрмәр таштағы исеменә ҡарап, ғорурланып ҡуйҙы, күңелендә быға тиклем кисерелмәгән оло хистең тамыр йәйеүен тойҙо. Бәхтиәр олатаһы тураһында атаһының һөйләгәнен томанлы ғына хәтерләп, ул ваҡыттағы үҙенең вайымһыҙлығына ғәжәпләнде.
112 Үҙенең көньяҡҡа сәйәхәт итеү хыялының да әлегә тормошҡа ашмаҫтай буш нәмә булыуын аңлай башлағайны ул. Малайҙарҙы ҡайтыр яҡҡа бороу теләге барып сыҡмағас, хыянаты өсөн тынғыһыҙланыуы тағы ла көсәйә төштө. Төнгө эштәрен әлдә береһе лә белмәне, тип йөрөһә лә, һиҙенеүселәр бар ине.
113 Башҡалар ҙа шикләнде, әлбиттә. Тик береһе лә күңелендәгең асыҡтан-асыҡ ярып һалырға батырсылыҡ итмәне. Өҫтөндә тотолмағас, үҙеңдең, шиктәреңә таянып ҡына кешене ғәйепләү әхлаҡһыҙлыҡ булыр ине. Сафа бөгөн иптәштәренән тороп ҡалғас, ҡармаҡ һалырға әҙерләнде, ергә һуҙылып ятҡан Әмингә ҡарап-ҡарап алды.
114 Әйҙә, бергә ҡармаҡ һалайыҡ, — тине ул. — Илнурҙың ҡармағы буш бит. Һуңынан ҡоро-һарыны икәүләп йыйырбыҙ. Теге ҡуҙғалманы ла. Эй-й, туйҙырҙы бөтәһе лә. Тиҙерәк ҡайтаһы ине, — тине ул бер аҙҙан. Ошо икәүҙән-икәү ҡалған уңайлы осраҡтан файҙаланып, Сафа үҙенең шиктәрен әйтергә булды.
115 Йәне кеүек һаҡлаясаҡ ул. Оҙаҡ та үтмәне, Иршат өҫтәренә футболка, джинсы салбар кейгән, ҡояшта янып ҡарайғанлыҡтан, бер-береһенә оҡшап торған өс малайҙы эйәртеп килеп тә етте. Сәйәхәтселәр улар менән танышып аңлашҡас, әйберҙәр янына Аҡтырнаҡты бәйләп, күмәкләп Ҡалманайбаш ауылына юл тоттолар.
116 Унан Бәхтиәр олатаһын күҙ алдына килтерергә тырышты. Уның хыялында ул олпат һынлы, Буденныйҙыҡы кеүек ҡалын мыйыҡлы булып кәүҙәләнде. Ҡапыл Хәсәндең күңеле тулҡынланып китте. Бәлки, ошо уҡ әрәмә аша ҡарт олатаһы колчаксыларҙы ҡыйратырға барғандыр. Әлбиттә, төн булғандыр.
117 Алдан барған Иршат артына ҡарап алды ла: Юҡ, өлкәндәрҙең һөйләүенә ҡарағанда, партизандар ауылға ҡапма-ҡаршы яҡтан үтеп ингәндәр, — тине. — Ә үҙ биләмәләренә ҡайтҡан саҡта бынан бер аҙ үрҙәрәк Ҡалманай буйына алып барыусы юлдан киткәндәр. Әлеге обелиск тәңгәлендәге кисеүгә табан.
118 Малайҙар мәктәп ихатаһына килеп ингәс, уларға ябай ғына һоро костюм, башына шаҡтай таушалған йәшкелт эшләпә кейгән, һыҙылып ҡына торған ҡара мыйыҡлы, урта йәштәрҙе уҙып барған ир кеше ҡаршы сыҡты. Һаумы, ағай! — тине Иршат. Ярайһы әле, — тине теге кеше бик иреп китмәй генә.
119 Улар, хәҙер ни эшләйбеҙ инде тигәндәй, аптырашып, бер-береһенә ҡаранылар. Шунда теге ағай уларҙы дәртләндереп: Йә-йә, борсолмағыҙ, ҡустылар. Иҙән буяуҙары кипкәс тә, мәктәпте асабыҙ уны. Бер-ике көндән килерһегеҙ, — тине лә боролоп китеп барҙы. Иршат та ни тиергә белмәй уйланып ҡалды.
120 Апай тулы күнәген ергә ултыртты ла, һынағандай малайҙарға ҡарап: Уның өйө ана теге яҡта, Күл буйы урамында, — тине, ҡулы менән күрһәтеп. — Тик ул бер аҙна элек кенә үлеп китте шул. Малайҙар был хәбәрҙән, тетрәнеп, аптырашып ҡалды. Күнәген күтәреп, ҡуҙғалып киткән апайға ла иғтибар итмәнеләр.
121 Боролорға, әлбиттә, — тине Рәфҡәт, капитанды хуплап. Хәсән дә ни әйтергә лә белмәй торҙо. Башҡаларға ҡарағанда ла уның күңеле кителгәйне. Шул саҡ Әминдең һайыҫҡандыҡына оҡшаған шыҡырлығыраҡ тауышы малайҙарҙың иғтибарын тартты. Уҡытыусының әбейе иҫәндер, бәлки. Килеп еткәс, уны күрмәй китмәйек инде.
122 Күл буйы урамынан стеналары тышҡы яҡтан таҡта менән көпләнеп, йәшелгә буялған алты мөйөшлө йортто табыуы ҡыйын булманы. Малайҙар ҡапҡаны асып инеү менән, ихата уртаһында башына сөйөлгән ап-аҡ яулыҡ аҫтынан маңлайында һәм сикәләрендә көмөш сәстәре балҡып торған асыҡ ҡуңыр йөҙлө әбейҙе күрҙеләр.
123 Улар эҙе буйлап яҡын-тирәләге бөтә урмандарҙы гиҙеп сыҡты. Үҙе тапҡан урындарҙа ул ҡуйып киткән яҙыуҙар ҙа торалыр әле. Шундай эште бик изге һананы ул. Әбей һөйләүҙән туҡтап, моңһоу ҡарашын себештәренә төбәне. Малайҙар ҙа, уның йөрәгендәге бөтмәҫ хәсрәтен тойғандай, шымып торҙо.
124 Шул ҡәһәр һуҡҡан һуғыштан үпкәһендә снәрәт ҡыйпылсығы менән ҡайтҡайны. Шул урынға шеш сыҡты, яман шеш. — Әбей башын әйеберәк торҙо ла, ҡапыл иҫенә килгәндәй, өй ишегенә ишаралап: — Эй-й, балаҡайҙар, өйгә саҡырырға ла онотоп киткәнмен. Әйҙәгеҙ, сәй эсеп алырһығыҙ! — тине.
125 Илнур, аптырап, башын сайҡап ҡуйҙы, ни эшләйбеҙ инде, тигәндәй, иптәштәренә ҡараны. Шунда Сафа үҙенең сәрелдек тауышы менән күңелендәген әйтеп һалды. Әллә Ҡалманайбашҡа ҡайтып ҡына китәйекме? Рәфҡәттең дә нескә хисле күңеле тыуған яҡтарға, өйҙәренә ҡош булып осорға әҙер ине.
126 Сабыр иткән — моратына еткән, тиҙәр, йәнә бер сәғәтләп көткәс, Ҡарабай аша үтеүсе бер автобус малайҙарҙы ултыртып алып китте. Поселокка килеп еткәндә, төш ауышҡайны инде. Сәйәхәтселәр асыҡҡайны. Машинанан төшкәс тә, ашханаға инеп тамаҡ ялғап сыҡтылар ҙа район газетаһы редакцияһын эҙләп киттеләр.
127 Ҡарабай поселогының үҙәк өлөшө өс, биш ҡатлы кирбес йорттарҙан тора. Партияның район комитеты һәм район Советы башҡарма комитеты урынлашҡан үҙәк урам асфальтланған, башҡаларындашоссе юл. Машиналар үтеп-һүтеп тора, өйрөлөп туҙан күтәрелә. Был — малайҙарға оҡшап бөтмәне, әлбиттә.
128 Ул поселоктың шәхси йорттар теҙелеп киткән бер урамында, ҙур ғына ағас бинала ине. Илнур, артына боролоп, иптәштәренә карап алды ла һаҡлыҡ менән генә «Хаттар бүлеге» тип яҙылған ишекте асып, эскә атланы. Бүлмәлә бер китап шкафы һәм ике яҙыу өҫтәленән башҡа бер нәмә лә юҡ ине.
129 Хәсән, уны тынысландырырға теләгәндәй: Эш аҙағына табан күрә алһаҡ та һәйбәт булыр ине әле. Ике-өс сәғәткә нисек тә түҙербеҙ, — тине. Малайҙар редакцияның ҡапҡа төбөндә ҡайҙа китергә белмәй тапанып торғанда, Рәфҡәт эйәге менән ишаралап: Әйҙә, анау паркка барып, бер аҙ ял итәйек, — тине.
130 Ҡәнәфер һәм пион түтәлдәренә һоҡланышып ҡарап торҙолар, ҡыҙыл, ал, аҡ төҫтәр менән балҡыған сәскәләр күңелдәрен күтәрҙе. Ана, кемгәлер һәйкәл ҡуйылған, — тине алданыраҡ барған Сафа, ҡулын һуҙып. Бөтәһе лә шул яҡҡа ҡараштарын йүнәлтте. Унда бетон постаментҡа мәрмәр бюст ҡуйылғайны.
131 Райондың халҡы үҙ геройҙары менән ғорурлана, иҫтәлектәрен ҡәҙерләп һаҡлай икән — был һәйбәт, минеңсә, — тине Хәсән. Бер һәйкәлгә ҡарап, бер сәскәләргә һоҡланып торған Әмин, уға боролоп, башын ҡағып ҡуйҙы: Эйе, һәйбәт. Үҙ азатлығы, үҙ бәхете өсөн көрәшкәндәрҙе халыҡ онотмай, тиҙәр.
132 Малайҙар редакцияға әйләнеп килгәндә, бәхеттәренә ҡаршы, Илсеғолов ҡайтҡайны. Ул үҙ бүлмәһендә яҙышып ултыра ине. Артҡа таралған ҡуйы ҡара сәстәре араһында буй-буй салдары күренгеләгән, атлет һымаҡ һомғол кәүҙәле кеше икән. Шешмәгерәк ҡабаҡтары аҫтынан һоро күҙҙәре йылмайыбыраҡ ҡарай.
133 Бына был, — Илнур Хәсәнгә төртөп күрһәтте, — Бәхтиәр олатайҙың бүләһе. Йылмайыуҙан ағайҙың, яҫы йөҙө тағы ла йәйелә төштө, ҙур булмаған танауы биттәре менән тигеҙләшә яҙҙы. О-о... — тине ул, ҡыуанып, — алыҫтан килгәнһегеҙ икән. Ә мин Ҡаранда булғайным, алтмышынсы йылдарҙа.
134 Хәсәндең күҙҙәре моңһоуланып, йөҙө ҡараңғыланып китте. Үлгән, — тине ул, Илсеғоловтан күҙҙәрен йәшереп. — Мин тыуғансы уҡ... һуғышта алған орден-миҙалдары һаҡлана. Ауыр тупрағы еңел булһын. Эйе, беләм, батыр һуғышҡан ул. Фронттағы яралары алып киткәндер, моғайын. Мин барған саҡта уҡ сырхап тора ине.
135 Илсеғолов тынып торҙо. Унан, ҡапыл уянып киткәндәй, ихлас бер яғымлылыҡ менән малайҙарға ҡараны. Ҡустылар, ултырышығыҙ әле. Әһә, ултырғыстар етмәй икән... Ул, йәһәт кенә тороп, бүлмәнән сығып китте. Малайҙар ҡуҙғалышып ҡуйҙы. Әллә партизандар тураһында онотто инде, — тине Әмин.
136 Малайҙарҙы урынлаштырып бөткәс, үҙенең өҫтәл артына барып ултырҙы, йылмайып ҡына һүҙ башланы: — Хәҙер партизандар тураһында һөйләшеп алайыҡ. — Ул фекерҙәрен туплап торған арала, Хәсән үҙенең көндәлек дәфтәрен сығарып, ручкаһын уңайлап тотоп яҙырға әҙерләнде. — Башта шуны әйтеп китәйем әле.
137 Яңы ғына университет бөтөрөп ҡайтҡан йәш егетмен, эшкә атлығып торған саҡ. Нисектер, редактор миңә район партия тарихын өйрәнеп, икеөс мәҡәлә яҙырға ҡушты. Яуаплы бурыс. Ең һыҙғанып тотондом. Башта уҡ Ғабдулла Алтынсурин шәхесенә килеп төртөлдөм. Уның партизан отрядында бик күп большевиктар була.
138 Ләкин уның хаҡында башҡа бер ни ҙә яҙылмағайны, һеҙҙең ауылға барғанда, Бәхтиәр Ирғәлин, бәлки, иҫәндер, тигән уй ҙа юҡ түгел ине. Өмөтөм аҡланманы, әлбиттә. Шулай ҙа уның улы Сәлих ағайҙы осратып һөйләшеүем яҡшы булды: Бәхтиәр партизандың тормош юлы бер аҙ асыҡлана төштө.
139 Ҙур етәксе, элекке большевик хаҡында биографик белешмәлә: «Граждандар һуғышы осоронда колчаксыларға ҡаршы партизандар хәрәкәтендә актив ҡатнашҡан», — тип яҙылғайны. Тыумышы менән беҙҙең райондан булғас, яҡташыбыҙҙың ғаиләһен эҙләп Өфөгә киттем. Ҡарттың тормош иптәше менән осрашыу бәхетенә ирештем.
140 Ул ниндәйҙер яҙмалар килтереп сығарҙы. Был — ҡаралама хәлендәге иҫтәлектәр ине. Унда Алтынсурин отрядының батырлыҡтарын асыҡлаусы ҡайһы бер мөһим белешмәләр менән бергә, Ҡалманайбаш ауылы янында партизандарҙың сигенеүен ҡаплап ҡалған ике ҡаһармандың да исем-фамилияһы бар ине.
141 Ә икенсеһен табыу беҙҙең өсөн оло ҡыуаныс булды. Ул — Бәхтиәр Ирғәлин ине. Илсеғолов үҙенә хас яғымлылыҡ менән йәнә йылмайып ҡуйҙы. Хәсән уның партизандарҙы эҙләүҙәге ныҡышмалылығына һоҡланып ултырҙы. Илнур менән Әмин дә хәбәрсе ағаларына ҡараштарын ихтирам менән текләгәйне.
142 Ун дүртенсе йылда рус-герман һуғышына алына. Бер йылдан яраланып ҡайта. Октябрь революцияһы еңгәс, ул ауылда Совет активисы булып китә. Шуға ла аҡ чехтар беҙҙең яҡҡа килеп сығыу менән, кулактар уны тотоп бирәләр. Атылырға тейешле бер нисә кеше менән Фома Иванович мунсаға ябып ҡуйыла.
143 Алтынсурин отряды Ҡалманайбашта һан яғынан күпкә өҫтөн колчаксыларҙың көслө ҡаршылығына осрай. Ул тегеләрҙе баштағы дөйөм паника ваҡытында ҡыра-ҡыра ла, инде дошман иҫенә килеп, ойошҡан рәүештә ҡаршылыҡ күрһәтеүгә күскәс, сигенергә әмер бирә. Партизандар араһында яраланыусылар ҙа була.
144 Билдәле, уларҙы ҡалдырып китергә ярамай. Төн ҡараңғылығынан файҙаланып, партизандар ауылдан Ҡалманай кисеүенә ашыға. Бында килеп етеүгә, аҡтар уларҙың үксәләренә баҫа башлай. Ҡаршы ярға сыҡҡас, Алтынсурин пулемет һәм винтовка менән ҡоралланған ике һуғышсыны сигенеүҙе ҡаплап торорға ҡалдыра.
145 Ике партизан, ут яуҙырып, аҡтарға йылғаны аша сығырға ирек бирмәй. Әммә тегеләр йылғаны аҫтаныраҡ кисеп, флангынан һөжүм иткәс, Бәхтиәр менән Фома урман буйынараҡ сигенә. Ошонда, күрәһең, пуля тейеп, Фома һәләк була. Бәхтиәрҙең пулеметы ут сәсеүҙән туҡталмай. Уға китергә лә мөмкин.
146 Тик ул яраланған, хәлһеҙләнгән булырға тейеш. Шуға күрә, һуңғы патронғаса атҡас, ул тороп баҫа, дошмандарға нәфрәт һүҙҙәрен ҡысҡыра. Шул хәлдә колчаксылар уны уратып алалар һәм ҡылыс менән сапҡылап үлтерәләр. Был хаҡта аҡ һалдат үҙе квартирҙа торған бер ҡартҡа һөйләгән, имеш, тиҙәр.
147 Шула-ай, — тине Илсеғолов, һуҙып. Баянан бирле тамағына тығылған төйөрҙө йота алмай ыҙалаған Рәфҡәт, ниһайәт, тыныслана төшкәс, башын күтәрҙе. Ни эшләп был ике партизан оҙаҡ ваҡыт билдәһеҙ ҡалды икән? Илсеғолов, урынлы һорау тигәндәй, башын ҡағып ҡуйҙы. Бының дөрөҫөн генә әйтеүе ҡыйын.
148 Шулай ҙа фараз итергә мөмкин. Алтынсурин отряды Ҡалманайбаштан киткәс, ҡабат был яҡтарға әйләнеп килмәй. Ул волостың бөтөнләй икенсе яҡ сигенә барып сыға, аҡтарға ике-өс тапҡыр ғына һөжүм итергә өлгөрә. Отрядтың ҡайһы ауылға юл тотасағын хыянатсы колчаксыларға хәбәр итеүгә ирешә.
149 Бындай шарттарҙа командир берҙән-бер дөрөҫ ҡарар ҡабул итә: ҡулсаны йомшағыраҡ урындан йырып сығырға. Уның командаһы менән партизандар кирегә, урман яғына ташлана. Ләкин пулемет һәм винтовка пулялары уларҙы ҡыуып тота, ҡаһармандар күпләп ергә ауа, Алтынсурин үҙе лә һәләк була.
150 Халыҡ синфи көрәш, яңы тормош төҙөү мәшәҡәттәре менән мауығыпмы, уларға иғтибарын кәметә. Ихтимал, кешеләр ул саҡта был ике партизандың ҡаһарманлығын тейешенсә баһалап та бөтөрмәгәндәрҙер. Хәйер, бөтәһен дә ҡайҙан беләһең? Шулай ҙа батырлыҡ онотолмай, ул ҡасан да булһа ер өҫтөнә ҡалҡып, балҡып сыға.
151 Эйе, илебеҙҙең азатлығы, бәхете өсөн көрәштә һәләк булған Бәхтиәр Ирғәлин менән, Хәсән, һин дә, йәштәштәрең дә ысын-ысындан ғорурланырға хаҡлы. Илсеғолов, һорауҙарығыҙ тағы бармы тигәндәй, тын да алмай тыңлап ултырған малайҙарға ҡараны. Көтмәгәндә, башын алғараҡ һуҙып, Сафа уға өндәште.
152 Мин барын оноттоғоҙмо ни? — тине, үпкәләп. — Биш саҡрым ерҙе йәйәүләп бөгөн барып әйләнәһегеҙ. Ә ашарға мин һеҙгә табам. Бына хәҙер мөгәрәптән бер күнәк картуф сығарып килтерәм. Аҡса ла, башҡаһы ла табылыр. Мин һеҙгә йәнә обелискының, партизандар мөйөшөнөң, Алтынсуриндың фотоларын әҙерләп торормон.
153 Кластан Асман менән Вәсифтән һуңғараҡ ҡалып сыҡтым. Ҡайтҡанда шулар менән бергә тура килдемме, мыҫҡыл итергә, ауыҙҙарын ҡолаҡтарына еткәнсе йырырға гына торалар. Иҫем китмәгән кеше булып ҡыланам да ул, тик килеп сыҡмай, эстән әсенәм. Аҙаҡтан да оҙаҡ ҡына тыныслана алмай йөрөйөм.
154 Ләкин Асмандан ҡотолоп буламы һуң! Мин килеп етер-етмәҫтән үк, иптәштәренән айырылып, ҡаршыма сыҡты, ҙур ҡара күҙҙәрен зәһәр ялтыратып, бөркөт танауы аша миңә ҡараны. Ә-һә, беҙҙең «әтличник», алланың ҡашҡа тәкәһе... — Ул, үҙенең тапҡыр һүҙ әйтеүенә ҡыуанғандай, иптәштәренә күҙ ҡыҫып алды.
155 Урынымдан нисек ырғып торғанымды ла, кәртә буйында ятҡан ҙур ғына ташты нисек эләктереп алып, Асманға табан ажарланып барғанымды ла төштәге кеүек кенә хәтерләйем. Ҡулымдағы таш та арыу тос һәм минең ҡарашым да ҡурҡыныс булғандыр, күрәһең, бер аҙҙан Асмандың аҡрын-аҡрын артҡа сигенгәнен шәйләнем.
156 Мине тағы мыҫҡыл итһәң, ҡара, ошо таш менән башыңды ярасаҡмын, — тинем теш араһынан һәм, боролоп, ҡайтыр яҡҡа атланым. Асман һәм уның иптәштәре ауыҙҙарын асып ҡарап ҡалды. Эйе, беренсе тапҡыр мин үҙемде мыҫҡыл итергә ирек бирмәнем. Ләкин ниндәй ҙә булһа ҡыуаныс кеүек нәмә кисермәнем.
157 Бишенсе класта ғына уҡыһа ла, аш-һыу әҙерләргә оҫта ул. Әсәйебеҙ сөгөлдөр баҫыуында, көндәр буйы ҡайтмай, ә донъяны һеңлем көтә. Өйҙө йыйыштыра, тауыҡтарҙы, ҡаҙҙарҙы ашата, кисен, көтөүҙе ҡаршы алып, һыйырҙы ла үҙе һауа. Тик шуныһы бар, бер аҙ ҡырыҫыраҡ, минең менән әрепләшергә ярата.
158 Шулай ҙа ҡулдарымды сайҡаштырып килдем, һеңлем үҙенең йүгерек күҙҙәре менән миңә ҡарап-ҡарап алды. Ахыры, йөҙөмдән нимәлер аңланы: алдыма сәй яһап ҡуйып, тыныс ҡына өндәште: Мәктәп сөгөлдөрөнә китәһеңме әле? Бөгөн минһеҙ генә эшләп ҡараһындар, — тинем мин, йөҙөмдө йәшереп.
159 Ниңә? — һеңлем һағайып миңә текләне. — Оят бит улай. Телеңә һалынма, һинән һорамайҙар. Юҡҡа-барға ла ҡабынырға тороуымды күреп, һеңлем ҡаты бәрелмәҫкә булды, күрәһең. Ярай, улайһа, — тине ул, — мин баҫыуға китәм. Ҡайтышлай әсәй янында туҡталырмын, һуңлап ҡайтырбыҙ, моғайын.
160 Ул ҡабаланып сығып киткәс, кәштәнән Марк Твендың «Принц һәм теләнсе» тигән китабын алып, өҫтәлгә ҡуйҙым да уйға ҡалдым. Кисә кис, баҫыуҙан ҡайтҡас, нисек мауығып уҡығайным. Принцтың, бәләкәй булһа ла, буйға таҙа, көслө берәҙәкте нисек оҫта туҡмауы, аҡылға ултыртыуы һоҡландырғайны мине.
161 Мин, әле күптәнме уның менән бер сама кеше, Асман эргәһендә себешкә әйләндем дә ҡалдым. Шулай ҙа беҙҙең ара тиҙ генә өҙөлмәне әле. Буйға үҫһә лә, холҡо, аҡылы менән шул уҡ Асман ине бит ул. Мин уның менән дуҫ булырға тырыштым, дәрестәрҙе әҙерләргә йыш ҡына үҙебеҙгә саҡыра инем.
162 Асмандың был ҡыланышы мине кәмһетһә лә, һиҙмәмешкә һалыштым, хәҙер элекке алсаҡлығына ҡайтыр ҙа пионер лагерындағы хәлдәрҙе һораша башлар тип көттөм. Ләкин, ғәжәпкә ҡаршы, ул иптәш малайҙарынан сигарет алып ҡабыҙҙы ла быҫҡытып тарта башланы. Мин Асманға шаҡ ҡатып ҡараным.
163 Мин, ҡапыл асыуым ҡабарып: Шулай түгел, — тинем. Шунда өлкән малайҙарҙың береһе: Асман — егет кеше, һинең кеүек себештәрҙең кәңәшенә мохтаж түгел, — тине, ауыҙ йырып. Асман, дуҫ күргән кешем, мине яҡлап тик бер һүҙ әйтһәсе. Киреһенсә, теге малайҙы хуплағандай, уға ҡушылып йылмайҙы ғына.
164 Ә үҙемә уларға барырға ғорурлығым ҡушманы. Шулай көн артынан көн үтте. Мин Асмандан һыуындым. Ниңә шулайҙыр инде, ҡайһы бер малайҙар яҡшылыҡҡа ҡарағанда насарлыҡты йәһәтерәк үҙләштереүсәндәр. Бына Асман да тәмәке тартырға, үҙенән көсһөҙөрәктәрҙе ҡыйырһытырға бик тиҙ өйрәнеп алды.
165 Дөрөҫ, Вәсиф үҙе башҡаларға бәйләнмәй, тик ул Асмандың һәр ҡылығын хуплай һымаҡ. Уҡыуҙар башланғас, Асман мине айырыуса үҙ итмәне. Мин унан көсһөҙөрәк, ә уҡыуҙа яҡшыраҡ инем. Отличник булыуым миңә бәйләнеү өсөн уға сәбәп кенә ине, буғай. Кисә генә йотлоғоп уҡыған китапты бөгөн уҡый алма, имеш.
166 Мин, ишетмәгән кеше һымаҡ, урынымдан тиҙ генә ҡуҙғалдым да кластан сығып киттем. Асман минең арттан: Ҡара һин уны, алланың ҡашҡа тәкәһен... Үҙен бер өшкөрөп алмай булмаҫ, — тип ҡалды. Ҡарҡылдаһын әйҙә, мин унан ҡурҡмаясаҡмын хәҙер. Етте. Кемдәндер өркөп, ебеп йөрөү — егетлек түгел.
167 Ана шулай тартып-һуҙып уртасалар рәтендә бара ул. Хәйер, беҙҙең класта «уртаса» лар күбәйеп китте шикелле. Был бер кемде лә борсомай. Тартып-һуҙып булһа ла өлгәшһәң — яраған, һиңә бер кем һүҙ әйтмәйәсәк. Класс етәксеһе Мәрйәм апай йыш ҡына сирләй, больницаларҙа ятып сыға.
168 Шуның арҡаһында ул алып барған әҙәбиәт дәресе артта ҡала. Уны ҡыуып етеү өсөн уҡытыусыбыҙ класс сәғәттәрен дә файҙалана. Отряд советының эше һүлпәнәйҙе. Байтаҡтай бирле сборҙар үткәрелмәй, артта ҡалыусыларға ла ярҙам ойошторолмай. Асман кеүектәргә яҡшы: янмай-көймәй генә йәшәй бирәләр.
169 Класта ике отличниктың береһе, староста Зәлифәнән ҡала, мин бит. Етмәһә, отряд советы ағзаһымын. Дәрестәр тамамланғас, бөгөн дә һуңғараҡ ҡалып сыҡтым. Коридорҙа Зөлфәткә тап булдым. Буй-һынға минең менән бер сама малай ул, тик бер аҙ йоҡараҡ. Түңәрәк йөҙөнә тәпәшерәк киң танауы килешеп тора.
170 Әйҙә, китапты иртәгә алырһың әле. Китапханасы тиҙҙән килә ул. Һин яйлап ҡына атлай тор, мин ҡыуып етермен әле. Ярай, — тинем дә әкрен генә урамға атланым. Бик үк йылы булмаһа ла, аяҡ аҫты ҡоро, күктә унда-бында йөҙгән һоро болоттар аша, алтын шар һымаҡ, һары ҡояш моңһоу ғына көлөмһөрәп тора.
171 Тик ул һаман күренмәй. Беҙ икебеҙ бер тирәлә йәшәйбеҙ. Зөлфәт бөхтә малай. Мәктәп формаһын, күлдәген, галстугын һәр саҡ үтекләп кенә кейә. Тағы ла яҡшы ғәҙәте бар: әҙәби китаптарҙы күп уҡый, шуның менән дәрестәренә бер аҙ зыян да килтерә шикелле. Ул үтә йомшаҡ һәм бөтөнләй һуғыша белмәй.
172 Ҡыҫылған күҙҙәре зәһәр емелдәй. Ә-һә, алланың ҡашҡа тәкәһе, эләктеңме? Ташың юҡ бөгөн, ҡурҡыта алмаҫһың. — Ул, бер ситтәрәк торған Вәсиф яғына ҡарап күҙен ҡыҫып алды. — Күсерергә өйгә эшеңде лә бирмәнең, ҡартәсәйеңдең кем икәнен танытам хәҙер. Асман яғамдан бороп тотто.
173 Тик унан күҙемде алманым. Теге мине ныҡ ҡына артҡа төртөп ебәрҙе. Арҡам менән ҡолап барып төштөм. Шунда уҡ һикереп торҙом да Асмандың яғаһынан эләктереп алмаҡсы булдым, ләкин өлгөрмәнем, яурынға һуғылған йоҙроҡтан йәнә салҡан барып төштөм. Инде яйлабыраҡ торҙом да әкрен генә Асманға ҡаршы атланым.
174 Шунда бер мәлгә генә йөҙөндә ҡаушау, аптырау кеүек нәмә күреп ҡалдым. Шулай ҙа ул көслө һәм үҙенең еңеүенә тамсы ла шикләнмәй ине. Асман йоҙроҡланған ҡулын юғары күтәрҙе, минең һөжүмде кире ҡағырға әҙерләнде. Шунда мин йәшен тиҙлегендә уның яғаһына йәбештем, шытырлатып, ике ҡуллап йәбештем.
175 Муйынын, һулышын ҡыҫырға тырышам. Асман борғолана, мине алып осормаҡсы итә, бер нисә тапҡыр күҙ, ҡолаҡ төптәремә арыу ғына ҡундырып та алды, танауға ла эләкте — йылы бер нәмәнең эйәк буйлап йыбырлап киткәнен тойҙом. Һиҙәм, Асмандың да хәле бөткәндән-бөтә, буғай, йоҙроҡтары баштағы һымаҡ өҙә төшмәй.
176 Мин, өйгә табан китмәйенсә, уңға, ярлауыҡ аҫтындағы Хәйернас шишмәһенә боролдом. Зөлфәт тә миңә эйәрҙе. Уның йөҙө үтә етдиләнгән, борсолоуы күренеп тора. Һине былай уҡ уҫал һуғышаһыңдыр, тип уйламай инем, — тине ул, нисектер, тамаҡ төбөнән килгән һалҡын тауыш менән. — Ҡот осҡос, әй.
177 Ул тиклем йәбешеп... Зөлфәт минең еңеүҙе хуплар, хәлемә керер, тип көткәйнем. Ә ул нимә һөйләп килә. Әлеге һүҙҙәренә кәйефем китһә лә, ҡаты бәрелмәнем. Көслөрәктәр менән алышҡанда үҙеңде аярға тура килмәй инде. Ул хаҡта уйланыңмы — еңеләһең, хурлыҡҡа ҡалаһың, — тинем дә йыуынырға керешеп киттем.
178 Иҫең китмәһен юҡҡа, — тинем мин, бер ни булмағандай, һәм сисенә башланым. — Төҙәлер әле, ямауы өҫтөндә. Һеңлем, аптырап, башын сайҡап торҙо. Һине кемдер туҡмаған бит, ағай. Юҡ-юҡ, йығылдым мин, — тинем һәм әсәйем өйҙә булмағанға ҡыуандым. Юғиһә ул төпсөнөр, һорау алып үҙәккә үтер ине.
179 Һеңлем яуабыма ышанманы, әлбиттә. Шулай ҙа ҡабатлап һорашманы. Мине йәлләүҙәнме, башҡа көндәргә ҡарағанда йомшағыраҡ, итәғәтлерәк булырға тырышты. Ул миңә сәй ҡуйҙы ла баҫыуға ашыҡты. Ә мин, барырғамы, юҡмы, тип уйландым. Кисә лә эшкә сыҡманым, бөгөн дә ҡалһам, минең хаҡта ни тиерҙәр? Яҡшы түгел.
180 Тамаҡ ялғап алғас, баҫыуға йүгерҙем. Зөлфәткә лә инеп торманым. Баяғы хәлдән һуң уға асыуым баҫылмағайны. Ауылды сығып, бер аҙ барғас та, шәкәр сөгөлдөрө баҫыуы башлана. Был яҡ башта колхозсы ҡатын-ҡыҙҙар эшләй, ара-тирә уларға ярҙамға килгән бала-сағалар, ир-аттар ҙа күренә.
181 Баҫыуҙың арғы башында — мәктәп участкаһы. Шунда бишенсенән алып һигеҙенсегә тиклем һәр класс үҙ алдына эшләй. Улар араһында үҙара ярыш тигән нәмә ойошторолған. Тик ул мине әллә ни борсомай. Еңдек ни, еңмәнек ни — минең өсөн барыбер, башҡалар һымаҡ бер сама йөрөһәм — шул еткән.
182 Улар бер нисә төркөмгә бүленгәндәр ҙә, комбайн ҡаҙып ҡалдырған сөгөлдөр өйөмдәре тирәһенә баҫып, бысаҡтар менән тамырҙарҙы япраҡтарынан һәм батҡаҡтан таҙарталар. Бөтәһенән дә элек күҙемә Асман салынды: «Нисә көн күренмәгәйне, бөгөн сыҡҡан әле эт ялҡауы», — тип уйланым мин, тештәремде ҡыҫып.
183 Әһә, яңы өлкән пионервожатый ҙа бында түгелме? Венер ағай... Ул, әлбиттә, баҫыуҙа эшләүсе отрядтарға күҙ-ҡолаҡ булып йөрөргә килгән. Мәктәптә күренә башлауына өс-дүрт кенә көн әле. Мин яҡынлаша башлағас, алдағы төркөмдәгеләр ҡапыл боролоп ҡаранылар. Күҙҙәрендә аптырау уҙа, ғәжәпләнеү ҙә сағылды.
184 Унан һуң бөгөн һин дә күрмәгәнеңде күрҙең инде. Әлегә шул еткән. Бер кем дә туҡмаманы мине, — тинем мин, асыуланған һымаҡ, һәм, бер ни булмағандай, эшкә тотондом, һиҙҙермәҫкә тырышып, иптәштәрем миңә ҡарап-ҡарап ала. Йәлләйҙәрме икән? Береһе-бер ауыҙ асып һүҙ әйтмәй, һыу уртлағандармы ни.
185 Ниңә тынып ҡалдығыҙ әле? — тинем мин, шат булырға тырышып. Тик миңә ҡушылып бер кем дә йылмайманы. Ҡайһы саҡта тауыш-тынһыҙ эшләп алыу ҙа килешә, — тине староста Зәлифә. Венер ағай икенсе төркөмгә китте. Асман, һүҙ теймәҫен һиҙеп, үҙен иркенерәк тойҙо. Эшенән туҡтап, тирә-яғына ҡаранды.
186 Вәсиф мәктәптә һәм урамда Асмандан айырылмаһа ла, бында уға эйәрмәй, нисектер, бирелеп эшләй белә. Ул өйҙәре эргәһендә ҡыяр, кишер, помидор һәм ҡыҙыл сөгөлдөр үҫтереү менән мауыға. Бындай эш менән мин дә шөғөлләнәм. Шуның арҡаһында беҙ ҡасандыр Вәсиф менән дә дуҫлаша яҙғайныҡ.
187 Мин бындағы тел сарлауҙарға ҡушылманым. Унан ни файҙа? Әкрен генә сөгөлдөр таҙартам. Өлкән вожатый менән бер ағайҙың беҙгә табан килгәне күренде. Ағай тигәнебеҙ бригадир икән. Ибраһим исемле ул. Буйға тәпәш кенә, әммә үҙе киң яурынлы, асыҡ түңәрәк йөҙөнә ҡалын мыйығы олпатлыҡ биреп тора.
188 Уны нисек таҙартырға кәрәклеген күпме аңлаттылар, ә кемдер һаман төшөнмәгән. Шул Асмандыр әле... Ибраһим ағай ҡулындағы сөгөлдөрҙө өйөмгә кире ташланы ла уйға ҡалғандай ергә ҡарап торҙо. Ер күкрәге йомарт, — тине ул, ҡапыл башын күтәреп. Уның киң йөҙөндә ҡыуаныс сағылды.
189 Ысынлап та мөғжизә шул, — тип йөпләне уны Венер ағай. — Әммә шуныһын да оноторға ярамай, ерҙә мөжғизәне кешеләр яһай. Ибраһим ағайҙың былай ҙа киң йөҙө йылмайыуҙан тағы ла йәйелә төштө. Дөрөҫ әйтәһең бит әй, Венер ҡусты, һин шулай тигәс тә, әсәйем менән Фатиха апай хәтеремә килеп төштө.
190 Шунан апай үҙе Украинаға, Кировоград өлкәһенә китте, сөгөлдөрҙө нисек сәсеү, нисек үҫтереү серҙәрен өйрәнеп ҡайтты. Үтә тынғыһыҙ, үҙенә лә, иптәштәренә лә ҡул ҡаушырып ултырырға ирек бирмәҫ ине. Ул ваҡытта ерҙе һөрөп, сөгөлдөрҙө сәсеп сығыуҙан башҡа бөтә эште ҡул менән башҡарҙылар.
191 Ҡыҙҙарҙың береһе, ғәжәпләнеп: Ул ваҡытта уҡ орденлы сөгөлдөрсө булған икән дә беҙҙә! — тип ҡуйҙы. Ибраһим ағай әлеге ҡыҙыҡайҙы хуплағандай башын һелкеп алды. Ундайҙар байтаҡ ул колхозда. Бригадир ҡапыл, үҙенең һүҙҙәренә мауығып, эштән туҡтап тороуыбыҙға иғтибар итте. Эй-й.
192 Ул бер сөгөлдөрҙө алды ла япраҡтары үҫкән башын юнғылай ҙа башланы. Нәфрәтләнһәм дә, өндәшмәнем. Мине дөрөҫ аңламаҫ ине барыбер. Уның эшен Зәлифә лә күреп алды. Асман, улай тәләфләмә сөгөлдөрҙө, — тине ул киҫкен генә. — Япрағын төптән генә киҫеп ташла, ә тамырына теймә.
193 Әле генә Ибраһим ағай киҫәтеп китте бит шул хаҡта. Һинән һорамайҙар, ҡарға, — тине Асман, ҡабынып, һәм ҡулындағы сөгөлдөрөн таҙартылған өйөмгә ташланы. Зәлифә ҡыҙарынды, күҙҙәре ҡапыл түңәрәкләнеп, осҡондар сәсте. Хәҙер бер уҫал һүҙ әйтә инде тип көткәйнем, әйтмәне, үҙен ҡулға алды.
194 Эй Асман, Асман, — тип башын һелкеп торҙо Зәлифә, — кеше менән гел тешләшергә генә тораһың. Әле генә Ибраһим ағай, үҙең ишеткәнһеңдер, өләсәйең хаҡында ниндәй матур һүҙҙәр һөйләп китте. Ниндәй иҫ китмәле тырыш сөгөлдөрсө булған бит. Ул, моғайын, һинең ҡылығыңды хупламаҫ ине.
195 Ошо һуғышыуым арҡаһында күңелһеҙлектәрем иртән үк башланды. Кис һуң ғына ҡайтҡанлыҡтан, әсәйем дә, атайым да йоҡларға ятҡайны инде. Уларҙы борсомаҫҡа тырыштым. Үҙем генә аш йылытып ашаным да карауатҡа ауҙым. Иртән әсәйем мине күрҙе лә «аһ» итте, ҡосаҡлап алды, күҙҙәрендә хатта йәштәре күренде.
196 Әсәйҙән саҡ-саҡ ысҡынып, мәктәпкә киттем. Урамға сыҡҡас, иркен тын алғандай булдым. Шулай ҙа күңел күтәрелмәне. Көнө лә әллә нисек һалҡынса. Ямғыр яуырға торған һымаҡ, ҡап-ҡара болоттар күк йөҙөндә шаҡтай түбәндә аҫылынып тора. Етмәһә, үткән-һүткән кешеләр, ғәжәпләнеп, йөҙөмә төбәлә.
197 Минең асыу ҡабара башланы. Зәлифәнең телен тешләтерлек бер әсе һүҙ әйтергә тип кенә торғанда, ишектә Асман менән Вәсиф күренде. Улар, бер кемгә лә иғтибар итмәйенсә, үҙ парталары артына килеп ултырҙылар. Асман портфелен рәтләп маташты ла, тынып ҡалған класҡа аптырағандай, башын күтәрҙе.
198 Асман, — тине ҡыҙыҡай киҫкен генә, — һин Тамирҙы туҡмағанһың икән. Быға тиклем дә уға гел бәйләнеп йөрөүең хаҡында белә инек. Шундай ҡанһыҙ булырһың тип кем уйлар? Атамандай, иптәштәреңде ҡурҡытып алғанһың да, хатта туҡмалыуҙарын да йәшерергә тырышалар. Быға сик ҡуйырға ваҡыт.
199 Эй һин, интеллигент, ауыҙыңды йыйып һөйләш, — тине ул теш араһынан. Шул саҡ ишек асылып китте лә класҡа мәктәп директоры Гөлғәйшә Мөрсәлимовна, Мәрйәм апай һәм Зәлифә килеп инде. Бөтәбеҙ ҙә аяҡ үрә баҫып, шымып ҡалдыҡ, һәр ҡайһыбыҙ хәҙер ғәҙәттән тыш бер хәл буласағын һиҙендек.
200 Һәм бына һөҙөмтә, бик күңелһеҙ һөҙөмтә. Былай ғына ҡалдырып булмай бындай хәлде. Зарипов, — тип өндәште Гөлғәйшә Мөрсәлимовна, тауышын күтәрә төшөп һәм шунда уҡ урынынан тороп баҫҡан Асманға тишерҙәй итеп текләп, — хәҙер өйөгөҙгә ҡайтып, атайыңды, юҡ, әсәйеңде алып кил.
201 Бөтәһе лә Асманға ябырылды. Мине иҫәпкә алыусы ла юҡ. Гүйә, мин меҫкендең дә меҫкене. Кисә Асманға ла ныҡ ҡына эләкте бит, ҡартәсәһен таныны, буғай. Дөрөҫ, ул башламаһа, һуғышырға уйымда ла юҡ ине. Шулай ҙа, мине буйға бәләкәй, көсһөҙ тип, һанға ла һуҡмауҙары һарыуымды ҡайнатты.
202 Кәйефем ныҡ ҡырылды. Ә Асман менән лайыҡлы алышыуымды, унан ҡурҡмауымды баштарына ла килтермәйҙәр. Был мине кәмһетә, әлбиттә. Ошо шаушыуҙы тыуҙырған өсөн Зөлфәткә лә үпкәм ҡабарҙы. Көҙгө күңелһеҙ, һоро көндәрҙең береһе бөгөн. һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә, энә осондай ғына ямғыр һибәләй.
203 Башҡалар эшләй башлаған. Иптәштәремдән ныҡ ҡына уңайһыҙландым. Шуға күрә йәһәт кенә эшкә тотонған булдым. Үҙемдең ғәйепте таныйым, ҡырын ҡарамағыҙ, йәнәһе... Зәлифә миңә күҙ һирпеп ҡуйҙы, бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Бары бер аҙҙан ғына башын борғолап, тирә-яҡты байҡаны ла: Асман күренмәй, — тине.
204 Тик белһендәр, — ул ҡулын һелтәп, баҫыуға күрһәтте, — был эште барыбер беҙ бөтөрөргә тейешбеҙ. Намыҫ, имеш, — тип мығырланы береһе. — Асман кеүектәр төкөрҙө намыҫыңа. Иптәштәрем алдында гөнаһым булғас, улар ҡыйыш атып миңә тура тейҙерәләр. Уларҙың үпкәләрен тыңлау ҡыйын, әлбиттә.
205 Хәйер, унда эш ҡайғыһымы ни! Бар тип белә ти... Директор ҡайтарып ебәргәс, ул мәктәпкә ҡабат килмәне. Әсәһе лә күренмәне. Асман, моғайын, уға әйтеп тә тормағандыр. Әсәһе малайы өсөн борсолған була ла ул. Тик эскесе ир менән йәшәп, нервылары үтә ҡаҡшаған, юҡҡа-барға ла ҡабынып бара.
206 Бер йөк машинаһын тултырып тейәп тә ебәрҙек әле. Беҙҙең отрядтың бөгөнгө өлөшө шөйлә мулыраҡ булды. Яныбыҙға килеп сыҡҡан Ибраһим ағай ҙа маҡтап алды үҙебеҙҙе. «Бына шулай, үәт, балалар, эшләһәң, эш ҡарышмай ул», — тине. Ҡәнәғәтләнеү менән ҙур мыйығын һыпырып, күн кепкаһын ҡалҡытыбыраҡ ҡуйҙы.
207 Тырышып эшләне, һәйбәт механизатор ине. Үәт бына. Асмандың атаһы хаҡында шундай маҡтау һүҙҙәре миңә оҡшап бөтмәне, күңелемдә шик, ышанып етмәү кеүек тойғолар уянып ҡуйҙы. Ул, һәйбәт механизатор була тороп, нисек тракторы менән Ҡырлауыс ярынан ҡоланы икән? — тип һорай һалдым мин.
208 Яҙҙың бер көнө йылды туйҙыра, тиҙәр бит. Нурлыбай эште йәһәтерәк тоторға уйлай. Таң алдынан ергә ҡуйы томан төшә. Нурлыбай тракторын тура Оло яланға йүнәлттем, тип уйлай, асылда ул уңғараҡ ҡайырыла һәм, Ҡырлауыс йылғаһының бейек ярына юлығып, нисек ҡолағанын да һиҙмәй ҡала.
209 Ул больницаға илткән саҡта йән бирә. Фатиха апай ауырыу булһа ла, бер аҙ йәшәрлеге бар ине әле. Төпсөгөнөң, күҙ нурының һәләкәтен күтәрә алманы. — Ибраһим ағайҙың йөҙөндә тәрән һағыш сағылды. — Эйе-е, Нурлыбайҙы әйтеп тә тормайым, Фатиха апай ҙа беҙҙе иртәрәк ташлап китте.
210 Әйҙәгеҙ, Фатиха инәйҙең фотоларын табып, уны белгән кешеләрҙән иҫтәлектәр яҙҙырып, матур бер альбом яһайыҡ. Иптәштәрем ни әйтергә лә белмәне, күңелем менән мин был эште хупламаным, һәр төрлө йәмәғәт эштәрен енем һөймәй. Һин — отличник, фәлән-төгән тип, миңә уны иң беренсе йөкмәтергә торалар.
211 Беҙҙе аңларҙармы, хупларҙармы икән? — тип иптәштәремдең күңелендә шик уятырға тырыштым. Зәлифә шунда уҡ миңә ҡаршы төштө. Мин был хаҡта уйланым инде. Ләкин Фатиха инәй үҙенең ейәне өсөн яуап бирмәй. Ул — хеҙмәт батыры. Шул батырлыҡ беҙгә, беҙгә генә түгел, күптәргә өлгө бит, — тине ул ышаныс менән.
212 Тик Асмандың һинең менән һуғышырға уйында ла юҡ ине. Мәрәкәләргә генә ине иҫәбе. Ә һин күҙен алған күгәүен кеүек күҙенә кереп киләһең. Асыуын килтерҙең. Унда ла әле бер төртөп осорор ҙа шуның менән бөтөрөр ине. Һин тағы һеләүһен кеүек уға ташландың. Ташландым шул, — тинем мин киҫкен генә.
213 Был эште хуплаймы, хупламаймы — белмәҫһең. Һәр йыйылышта, шундай һәр һөйләшеүҙә тауыш-тынһыҙ ҡалыуҙы артығыраҡ күрә ул. Ҡараңғы төшөр алдынан ғына ҡайтырға сыҡтыҡ. Төштән һуңғы ваҡ ҡына ямғыр күптән туҡтағайны инде. Күк йөҙө асылып, көн аяҙып китте. Өҫтәребеҙ кипте, аяҡ аҫты ла еңеләйҙе.
214 Әсәһе беләме быны? Һораманым. Мәрйәм апайҙың йөҙөндә борсолоу сағылғандай булды. Ул Вәсиф менән һүҙҙе шул урында бөтөрөп, дәрескә күсте. Шунда уҡ, бөтәһен онотҡандай, яңы теманы аңлата башланы. Мәрйәм апай әҙәбиәтте, яҙыусыларҙы бик ихтирам итә. һөйләп китһә, ауыҙына ғына ҡарап ултыраһың.
215 Уңайһыҙланып, башымды эйҙем. Мәрйәм апай ҡыҫығыраҡ ҡара күҙҙәре менән миңә тишерҙәй итеп ҡарап торҙо ла: Ултыр! Иғтибарыңды дәрескә йүнәлтергә тырыш, — тине. Юҡ, күңелде ҡырып торған нәмә булһа, дәрескә иғтибарҙы бирермен тимә икән, һаман шул Асман иҫемдән сыҡмай ҙа ҡуя.
216 Ниңә һуғыштығыҙ һуң? Нилектән килеп сыҡты? Уҡытыусыбыҙ менән бер етди һөйләшеүҙе көтә инем инде. Уның алдында алдаша, борғолана белмәйем. Ғәҙәттә, нимә уйлайым, нимә булған — шуны ярам да һалам. Асман миңә күптән бәйләнеп йөрөнө, — тинем мин, хәтерем менән үткәндәрҙе байҡап.
217 Ул мине мәрәкәләй, шундай мәрәкәләй ине: күңелемде рәнйетә, түбәнһетә... Үҙенең көсө менән маһайғаны һиҙелеп тора. Оҙаҡ түҙҙем, үҙенән бер аҙ шөрләй ҙә инем. Тик һуңғы ваҡытта түҙемем бөттө, — тип теге көндәге хәлде һөйләп бирҙем. Һуғышыу — насар нәмә, — тине Мәрйәм апай, көрһөнөп.
218 Ярай, — тине Мәрйәм апай, һөйләшеүгә йомғаҡ яһағандай. — Өйҙәренә үҙемә барырға тура килер. Ун-ун биш көн әсәһен дә күргән юҡ. Үгәй атаһы менән дә һөйләшеп ҡарарға кәрәк. Уҡытыусыбыҙ менән әңгәмәләшеп тороп, мин класҡа һуңғы кеше булып индем. Бынан һуң күңелем тынысланғандай булды.
219 Бәләкәй генә, ләкин бик бөхтә йыйыштырылған ул. Ни өсөндөр, көн һайын шунда бер инеп, түрҙәге Ленин бабайҙың мөләйем портретын, салют биреүсе пионер төшөрөлгән һәм «һәр ваҡыт әҙербеҙ!» тип яҙылған плакатты, дружина байрағын, кәштәләргә ҡуйылған барабан һәм борғоларҙы күреп сыҡмаһам, күңел булмай.
220 Ҡайһы бер егеттәр баҫып торһа ла ярар. Миңә ултырғыс эләкте. Ултырҙым да тирәяғыма күҙ һалдым. Зәлифәнең аяҡ өҫтө тороуын күргәс, шунда уҡ урынымды уға бирҙем дә үҙем стена буйынараҡ барып баҫтым. Венер ағай ҡарашы менән бүлмәне байҡап сыҡты ла тоноғораҡ тауыш менән һүҙ башланы.
221 Уларҙың иҫтәлеген яңыртыу — бик ҙур эш, беҙҙеңсә. Күмәкләп тотонһаҡ, ҡулдан килер, моғайын. — Венер ағай бер аҙ шымып торҙо ла: — Нисек, ҡулдан килерлекме? — тигән һорау менән һүҙен бөтөрҙө. Бүлмәлә тынлыҡ урынлашты. Минең күңелдә йәнә кире, асыу килеүгә яҡын бер тойғо уянды.
222 Уларҙың нимәһе менән кемде шаҡ ҡатыраһың? Минеңсә, был юҡты бушҡа ауҙарыу булыр һымаҡ. Ну... быны эшләргә бик кәрәк тиһегеҙ икән, беҙ уны, иң яҡшыһы, былай итәйек: Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙыҡы кеүек исемлектәрен төҙөйөк тә кем булып эшләүҙәрен, ниндәй орден-миҙал алыуҙарын яҙайыҡ.
223 Зәлифә шунда уҡ урынынан тороп баҫты, ҙур ҡара күҙҙәре баҙлап китте. Үҙең алдынғы уҡыусы иҫәпләнәһең, отряд советы ағзаһыһың, ә шундай һүҙҙәр һөйләйһең... — Зәлифә тулҡынланыуҙан һүҙҙәрен әйтә алмай торҙо. — Һиңә ҡарап, иҫең китерлек. Нимәһенә иҫең китә уның? — тинем мин, үсекләгәндәй.
224 Әйтеп биргәс: — Тамир, ысынлап та улай еңел генә уйларға ярамай, — тине етди итеп, унан аҙ ғына шымып торҙо ла, башын күтәрә төшөп, саҡ ҡына йылмайып ҡуйҙы. — Йәгеҙ, дуҫтар, башҡаларҙың да фекерен ишетәйек. Бынан һуң күптәр сығыш яһаны: Һәйбәт башланғыс. Хуплауға лайыҡ эш.
225 Хеҙмәттәре менән танылған, заманында ҙур ихтирам ҡаҙанған яҡташтарыбыҙҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү — маҡтаулы бурысыбыҙ ул. Тағы байтаҡ шундай һүҙҙәр әйтелде. Ундай яңғырауыҡлы һүҙҙәрҙе мин үҙем яратып бөтөрмәйем. Тик, ни эшләйһең, тыңларға тура килә. Шуныһы ғәжәп, мине яҡлаусы берәү ҙә табылманы.
226 Ниңә уға ҡул күтәрергә? Былай ҙа йомшаҡ ҡына инде ул, үҙе һуғышыу түгел, башҡаларҙың бәйләнешкәнен күрһә лә, ҡото оса. Һиңә бәйләнмәһә инде, ахмаҡ, — тинем мин, Зөлфәт өсөн әсенеп, һәм шунда Асманға булған нәфрәтем тағы ла ҡабынып китте. — Ана үҙе, директорҙан ҡурҡып, мәктәпкә лә килмәй йөрөй.
227 Ә батыр булып ҡыланған була. Көсһөҙөрәктәргә генә шәп ул. Күк йөҙөн һоро болот ҡаплаһа ла, ямғыр-фәлән булыр һымаҡ тойолмай, һауа ла һалҡын түгел. Әкрен генә беҙҙең өйгә табан атлайбыҙ. Зөлфәттең йөҙөндә, күҙҙәрендә әрнеү сағыла. Эй-йе... — ти ул, минең һүҙҙәрҙе хуплап.
228 Бөгөн булмаһа, иртәгә. Мәрйәм апай менән Гөлғәйшә Мөрсәлимовна кластан сығып китте. Беҙ уларҙы аяҡ өҫтө оҙатып ҡалдыҡ. Мин үҙем директорҙан бер аҙ ғына шөрләйем. Нисектер, уҫал кешегә оҡшап тора ул. Коридорҙа, мәктәп ишек алдында уйнаған саҡтарҙа уның күҙенә эләкмәҫкә тырышам.
229 Хәйер, директор кеше тап шулай булырға тейештер һымаҡ миңә. Һуңғы дәрес тамамланып, ҡайтырға йыйынғанда ғына, ишектә Ибраһим ағай күренде. Уның ҡояшта янған йөҙөндә, ҡыҫығыраҡ күҙҙәрендә йылмайыу сағылды. Балалар, мин бер нисә минутҡа ғына, — тине ул, ҡулын саҡ ҡына күтәреп.
230 Оятһыҙлыҡ түгелме был? Хәйер, шулай әйтергә урыны ла бар шул. Асманды әсәһе менән Мәрйәм апай күрше ауылдан, олаталарынан, көйләп-сөйләп алып ҡайтҡандар, уҡырға барырға саҡ күндергәндәр. Беҙҙән өс-дүрт өй аша ғына Лотфулла бабай йәшәй. Бик йонсоған ҡарт инде ул, йыш ҡына ауырый ҙа буғай.
231 Әйткәндәй, Ибраһим ағай шуның исемен телгә алманымы һуң әле? Шуныҡын булһа кәрәк. Бына шул ҡарттың һүҙҙәре хәтергә һеңеп ҡалған. Бер саҡ ҡапҡа төптәренә килгәйнем. Бабай тирәһенә өс-дүрт егет йыйылған да гәп һаталар. Нисектер, мәктәп, ҡайһы бер балаларҙың йүнләп уҡымауҙары тураһында һүҙ сыҡты.
232 Ҡалаларҙағы мәктәптәр, гимназиялар беҙҙең кеүек ярлы балалары өсөн ябыҡ ине. Эй заманалар. Хәҙер уҡырға теләгең генә булһын: мәктәбе лә, уҡытыусылары ла бына тигән! Шуның ҡәҙерен белергә кәрәк бит. Юҡ, ҡайһы бер балалар ялҡаулаша, уҡыуҙан ситләшергә тырыша. Ундайҙарҙы өгөтләйбеҙ, хәйләләйбеҙ.
233 Бына тигән ҡыҙыл кирбестән ике ҡатлы итеп һалынған мәктәбебеҙҙең дә, уҡытыусыларыбыҙҙың да ҡәҙерен белеп бөтөрмәйбеҙҙер, моғайын. Миҫалға үҙемде генә алам. Мин, әйткәнемсә, — кластағы ике отличниктың береһе. Тик ниндәй отличник булайым ти мин? Белемем бөтә фәндән дә «бишле» лек түгел.
234 Вәсиф һәм үҙенән алдараҡ ултырған бер малай менән һөйләшә, шыпырт ҡына көлөшә башланы. Уның мәктәпкә ни өсөн килмәй йөрөүен яҡшы белгәнлектән, уҡытыусылар уға һағырак булырға, «ваҡ-төйәк» гөнаһтарын күрмәҫкә тырышты. Береһе лә унан өйгә эште һораманы. Әйтерһең, ул уҡырға түгел, ҡунаҡҡа килгән.
235 Нимәләр генә үҫмәй унда! Мөғжизә, ысын мөғжизә ул. Үәт бына ошо еребеҙгә ысын хужалар кәрәк. Яратығыҙ уны, уға лайыҡ булығыҙ. Был һүҙҙәрҙе мин йәй буйы әллә нисә тапҡыр ишетеп, ятлап бөткәнмен. Ләкин Ибраһим ағай уларҙы шундай эске бер хис менән әйтә, һәр өнөн яңы кеүек итеп тыңлайым.
236 Ун гектар майҙанда сөгөлдөр үҫтереп, уңышын йыйып биреү бәләкәй эшме ни! Ҡайһы саҡта ялҡауланһаҡ та, ҡайһы берҙә үпкәләшеп, әйткеләшеп алһаҡ та, яҙҙан алып көҙгә тиклем беҙҙең аҙ көс түгелдеме ни! Сөгөлдөр генә түгел, уның япраҡтары ла әрәм булманы: йыйылып, фермаға оҙатылды.
237 Был аҙмы ни? Бер аҙ уңайһыҙыраҡ булһа ла, миңә күңелле. Ни тиһәң дә, яҡшы иҫәптә йөрөү һәйбәт инде ул. Киләсәктә лә тыуған колхозыбыҙға көсөгөҙҙө йәлләмәҫһегеҙ, уның байлығын, күркен арттырыу өсөн тағы ла тырышыбыраҡ эшләрһегеҙ, тип ышанам, — тип һүҙен бөтөрҙө Гөлғәйшә Мөрсәлимовна.
238 Көн бөгөн сыуаҡ, атлауы еңел. Тик бына кискә табан күк йөҙөндә болоттар күренгеләй башланы, еле лә, һалҡынайып, көсәйә төштө. Йәнәшәмдән Зөлфәт килә. Күңел күтәрелеп киткәс, уға үпкәмде лә онотҡанмын, һөйләшеп киттек. Беләһеңме, Тамир, — тине Зөлфәт бер мәл, — һине директор юҡҡа маҡтаны.
239 Гөлғәйшә Мөрсәлимовна кеше хаҡында уҡыуына ҡарап фекер йөрөтөүсән. Элек үҙ уйын ҡысҡырып әйтергә баҙнат итмәгән малай ҡапыл ғына һүҙсән булып китте түгелме һуң? Нилектән был? Аптырабыраҡ ҡуйҙым. Шулай ҙа уның ни әйтергә уйлауын яҡшы төшөнһәм дә, аңламаған булып ҡыландым.
240 Ай-һай-һай... Тешем һыҙлағандағы кеүек йөҙөмдө боҙоп, башымды күтәрҙем. Зәлифә менән беренсе кластан бирле бергә уҡыйбыҙ. Уның менән асыуланышҡан, үсегеп, сәсен тартҡан саҡтарым да булды. Былары, әлбиттә, бәләкәйерәк саҡта, башланғыс кластарҙа уҡығанда. Зәлифә беренсе ошаҡсы ине.
241 Шуға күрә малайҙар уны яратмай торғайны. Әммә юғарыраҡ класҡа күскән һайын, уның холҡо яҡшыра барҙы, ә үҙе буйға ла үҫте, ҡыйыуланды. Элекке ҡылығынан бары тик кластағы һәр яңылыҡты, алдан алып, Мәрйәм апайға еткереү ғәҙәте генә ҡалды. Быныһына инде беҙ күнегеп бөткәнбеҙ.
242 Зөлфәт мине тынысландырғандай: Пионер поручениеһын да үтәргә кәрәк бит. Былай ҙа бер ни эшләгәнебеҙ юҡ, — тине. Мин өндәшмәнем. Зөлфәт уныһын дөрөҫ әйтә. Беҙҙә отряд советы ни ҙә булһа эшләү түгел, быйыл уның һайланғаны ла юҡ әле. Үткән йылғы председатель ҡыҙыҡай иҫәпкә бар, һанға — юҡ.
243 Өйгә ҡайтып, тамаҡ туйҙырып алғас, был эшкә күңелемдә ҡаршылыҡ яңы көс менән ҡабынып китте. «Альбом төҙөүгә минең мөнәсәбәтте белә тороп, юрый миңә эш бирәләр, мыҫҡыл итәләр, — тип әсенеп уйландым мин һәм, ҡапыл киреләнеп: — Бармайым, үтәмәйем поручениеларын, минән башҡа ла эшләрҙәр әле», — тинем.
244 Бөтәһе лә. Ҡырҡ кеше бер яҡлы, ҡырын кеше бер яҡлы, ти әсәй. Кеше көлдөрөп йөрөмә, ағай. Ай-һай, күп беләһең. Мин Асманға асыу итмәйем, берҙән; икенсенән, әллә ҡасан үлгән бер сөгөлдөрсө хаҡында альбом төҙөү кемгә кәрәк? Кәрәк шул бына, кәрәк, — тине һеңлем, үҙ һүҙлеләнеп.
245 Мин шунда, эске бер ярһыу менән, йоҙроҡлап өҫтәлгә һуҡтым. Көслө шапылдауға һеңлем хатта, икенсе бүлмәнән башын тығып, аптырап миңә ҡараны. Ҡапыл һикереп торҙом да кейенә башланым. Бер аҙҙан Зөлфәт менән Лотфулла бабайҙың йортона табан атланыҡ. Минең күңел кеүек көнө лә болотло, йәмһеҙ.
246 Иртән яуып киткән һалҡын ямғырҙан һуң өйҙәр, ағастар, хатта ҡоймалар, рәшәткәләр күшегеп ултыралар һымаҡ. Бына Лотфулла бабайҙың иҫке генә йорто. Ел-ямғырҙан бүрәнә баштары ярғыланып бөткән, тәҙрә ҡапҡастарының, кәрниздәрҙең семәрҙәре лә уңғандар. Түбә ҡалайы ла тутыҡҡан.
247 Тәҙрәләргә туҙан ҡуйғанлыҡтан, бында эңер төшкән ваҡыттағы кеүек томһа ине. Өй ишеген саҡ-саҡ шәйләп, ипләп кенә шаҡыным, һағайып, бер аҙ көтөп торҙоҡ, тик эстән тауыш биреүсе булманы. Тағы ла, быныһында инде ҡатыраҡ итеп, ҡаҡтым. Әллә үлгән инде? — тинем мин, шаяртмаҡсы булып.
248 Улай тимә, Тамир, ҡарт кеше хаҡында. — Зөлфәттең тауышы ҡалтыранып сыҡты. Мин ишекте тарттым. Ул бикле түгел ине. Тупһаны атлап үтеү менән өй эсенә күҙ һалдым. Унда бер кем дә күренмәй. Түрҙә стеналағы сәғәт гере иҙәнгә тиклем төшөп, туҡтап ҡалған, һауыт-һаба шкафына, тәҙрә тупһаларына туҙан ҡунған.
249 Был хәл миндә ҡыҙғаныу ҙа, шул уҡ ваҡытта ниңә килгәнемә үкенеү ҙә кеүегерәк бер тойғо уятты. Кинәт мөйөштәге карауат шығырлап ҡуйғандай булды. Унда бер йән эйәһе ҡыймылданы түгелме һуң? Зөлфәт менән шунда барҙыҡ. Йомшаҡ түшәккә сумып, бөгәрләнеп ятҡан ҡарттың бәләкәй генә кәүҙәһен күрҙек.
250 Беләһеңме, Зөлфәт, — тинем мин, — һин бабай янында ҡал, уға ярҙам итә тор, мин врач саҡырайым. Ярай, — тине Зөлфәт, ҡыуанып. Урамға сыҡҡас, еңел һулап ҡуйҙым. Унан ашығып ауыл Советы бинаһына табан атланым. Унда өҫтәл артында яҙышып ултырған секретарь ағайҙан башҡа бер кем дә юҡ ине.
251 Температураһы нисек? — тип һораны әлеге тауыш. Белмәйем, бик ауыр хәлдә ул, — тигәс, ҡатын кеше бер аҙға тынып торҙо ла: Ярай, оҙаҡламай барып етербеҙ, — тине. Мин ҡайтҡанда, Зөлфәт Лотфулла бабайҙы карауатына ултыртып, бер ҡулы менән уны ҡосаҡлаған, икенсеһе менән уға сәй эсерә ине.
252 Яҡында ғына беҙҙе тыңлап торған Зөлфәт, уға яуап биргәндәй: Мин белештем: күршеһендәге Сәрбиямал апай бабайҙың кейем-һалымдарын йыуғылап, сирләп торған саҡтарында аш-һыуын әҙерләп биргән. Тик был көндәрҙә ул да өйҙә юҡ, эш менән ҡайҙалыр киткән. Лотфулла бабай бөтөнләй яңғыҙ ҡалған.
253 Шул хаҡта уйлашырбыҙ әле. Зәлифә, нимәлер иҫенә төшөп, ашығып кластан сығып китте. Ә мин тыуған ер хаҡында уйландым. Кеше өсөн, күрәһең, бик ҡәҙерлелер ул. Шулай булмаһа, һикһәнде уҙған ҡарт бер өйҙә бер үҙе, ҡараусыһыҙ килеш, йәшәп ятмаҫ ине. Әлегә ауылдан бер ҡайҙа ла киткәнем юҡ.
254 Быны ишетеп, ҡапыл тынып ҡалдыҡ. Уҡытыусыбыҙҙы йәлләп ҡуйҙым. Тик әле дәрестең, булмауына ҡыуаныс һымаҡ тойғо ла кисерҙем. Был тойғо күптәребеҙгә уртаҡ ине, күрәһең. Класс шунда уҡ умарта күсе кеүек ғөжләй башланы. Ҡайһы берәүҙәр сығып уҡ китергә йыйынды, шунда, көтмәгәндә, Венер ағай килеп инде.
255 Кандидатураларҙы ныҡлап уйлағыҙ, ең һыҙғанып эшләрҙәй кешеләр булһын. Үткән йылғы советтың отчеты булмаймы ни? — тип һораны кемдер урынынан. Ярай, — тине Венер ағай, һорау биреүсе яғына төбәлеп, — хәҙер отряд советы председателенең отчетын тыңлайыҡ, улайһа. Отчет, әлбиттә, килеп сыҡманы.
256 Әммә, иң ҡыҙғанысы, үткән йыл һайлап ҡуйылған отряд советын тәнҡитләүсе лә табылманы. Бары Зәлифә генә: Өлкән вожатый мәктәптән киткәс, отрядта пионер эшенә йүнәлеш биреүсе лә булманы инде, — тип ҡуйҙы. Был йыйылышта мин ниндәйҙер бер уңайһыҙлыҡ кисереп, иптәштәремә ҡарамаҫҡа тырышып ултырҙым.
257 Ул класта староста бит, — тине шунда уҡ бер нисә тауыш. Венер ағай беҙгә аҙ ғына көлөмһөрәп ҡараны. Беләм, шулай ҙа Зәлифәне отряд советына тәҡдим итәм, ә староста итеп икенсе кешене һайларға мөмкин. Төрлө урындан Венер ағайҙы хуплаған ауаздар ишетелде: Ҡыйыу, талапсан.
258 Зәлифәнең бит алмалары янып сыҡһа ла, ул тыныс ултырҙы. Венер ағай ауыҙ йырыусыларға, юҡҡа тештәрегеҙҙе йылтыратаһығыҙ тигәндәй, етди ҡарашын төбәне. Тегеләр тынып ҡалды. Зәлифәне отряд советына һайларға риза булдыҡ. Ә бына үҙемде яңы состав һайлағанда телгә алмауҙары һағайтты.
259 Тыштан тыныс күренергә тырышһам да, ике битемдең бешеүен тойҙом. Кандидатуралар бер-бер артлы тауышҡа ҡуйылды. Мин иҫе китмәгән кеше ҡиәфәте алдым да һәр ҡайһыһына ҡулымды күтәрҙем. Зәлифә беҙҙең отряд советы председателе булды. Мине һайламауҙарына күнеп, тынысланып та бөткәйнем инде.
260 Көтмәгәндә Зәлифә урынына староста иттеләр ҙә ҡуйҙылар. Дөрөҫ, тауышҡа ҡуйғанда, ҡаршылар ҙа табылды. Ләкин күпселек мине хуплап ҡулын күтәрҙе. Ошо хәл кәйефемде үҙгәртте. Иптәштәрем миңә ышаныстарын бөтөнләй үк юғалтмағандар икән әле. Был мине шатландырҙы ла, уйландырҙы ла.
261 Зәлифә шундай тынғыһыҙ бер ҡыҙыҡай инде ул. Тимурсылар командаһы хаҡында башына уй төшөү менән Венер ағайға барып та еткән. Бөтә отрядтарҙа ошо турала һүҙ булды. Беҙ ҙә үҙ командабыҙҙы төҙөнөк һәм ин, тәү башлап Лотфулла бабайҙың, үҙен һәм өйөн шефҡа алырға һөйләштек. Ҡарт әлегә үҙе больницала.
262 Врачтың әйтеүенә ҡарағанда, биш-алты көнһөҙ уның менән осрашып булмаясаҡ. Кисә Зөлфәт менән мәктәптән ҡайтып килгәндә, утын тейәгән самосвал Лотфулла бабайҙарҙың ҡапҡаһы төбөнә килеп туҡтаны, кабинанан, шофер эргәһенән, Ибраһим ағай төшөп, ҡапҡаны асты. Машина ипләп кенә арты менән ихатаға инде.
263 Ошо арала бер-ике оҫта ебәрергә тура килер. Ни тиһәң, дә, ауылда иң оло ветеран бит. Шофер, утынды бушатып, машинаһын урамға сығарҙы. Ибраһим ағай ҙа китергә ҡуҙғалды. Һау булығыҙ, ҡустылар! — тине ул кабинаға күтәрелгәндә. — Был утынды бысып-ярып биреүҙә ҡартҡа ярҙамлашһағыҙ ине.
264 Ошо турала Зәлифәгә һөйләп биргәс, ул ҡыуанысынан ҡысҡырып уҡ ебәрҙе. Малайҙар... утын килтереп нисек яҡшы иткәндәр! Бөгөн үк күмәкләп бысып-ярып, өйөп ҡуябыҙ, бабайыбыҙ больницанан ҡайтҡас, аптырап торһон. Ысынлап та, — тине Зөлфәт тә, дәртләнеп. Уға ҡарап, тағы бер аптырап ҡуйҙым.
265 Ләкин хәҙер мин — староста. Башҡаларҙың һәйбәт башланғысын яҡлау ғына түгел, үҙем алдан йөрөргә тейешмен. Эйе, бөгөн үк утын быса барайыҡ, — тинем. Дәрестән һуң бөтә отряд Лотфулла бабайҙарға йыйылды. Асман менән Вәсиф тә бар. Береһе — балта, икенсеһе бысҡы тотоп килгән.
266 Мин шунда уҡ өйҙөң ниндәй хәлдә булыуын күҙ алдына килтерҙем. Һәйбәт фекер, хуплайым, — тинем, шаяртып. Зөлфәт менән йәшереп киткән урындан йоҙаҡ асҡысын ҡыҙҙарға алып бирҙем. Улар, дөбөршатор ишекте асып, өйгә инеп тә киттеләр. Өйөлөп ятҡан утын миңә бик күп һымаҡ күренде.
267 Артыҡ көсөргәнештән маңлайыма борсаҡтай тирҙәр атылып сыҡты. Тиҙерәк өйрәнергә, һыр бирмәҫкә иҫәп. Ысынлап та, этә-төртә бер нисә тумырау киҫеп ташлағас, эш яйлана төштө. Үҙем бысам, үҙем күҙ ҡырыйы менән генә Асман менән Вәсифте күҙәтәм. Ашыҡмайынса тигеҙ бер ритм менән бысалар ҙа бысалар.
268 Бер-ике тамырҙы таҙарта ла туҡтап тора, Вәсиф йәки башҡа берәйһе менән һөйләшеп йә шаярып ала. Ҡайһы саҡ, бер ҙә булмаһа, баҫыу буйлап әйләнеп килә. Бер тын эшләгәс, ял итеп алырға уйланыҡ. Утын бысыуҙан туҡтауыбыҙ булды, шуны ғына көткән кеүек, өйҙән, ашығып, Зәлифә килеп сыҡты.
269 Зәлифәнең ҙур ҡара күҙҙәрендә нурлы осҡондар һикерешә. Алтын-көмөш нимә ул? Сүп кенә. Ә бына быны күрәһегеҙ килмәйме? — тип, ул миңә бер фото тотторҙо. Мин фотоға текләп ҡараным. Унда түңәрәк йөҙлө, ҡалын сәстәрен артҡа тараған, бөхтә генә костюм кейгән кеше баҫып тора.
270 Зөлфәт менән больницаға Лотфулла бабайҙың хәлен белергә барҙыҡ. Мин үҙем, бәлки, ҡуҙғалмаған да булыр инем, Зөлфәт дәртләндерҙе. Староста башың менән кешенең һәйбәт теләгенә ҡаршы төшөп булмай бит инде. Киттек. Үҙебеҙ менән күстәнәс тә алдыҡ. Зөлфәт — бер банка бал, мин — шул ҡәҙәр үк варенье.
271 Көндәр бер-бер артлы үтә торҙо. Беҙ Лотфулла бабайҙың хәлен йыш ҡына белешеп, янына барғылап йөрөнөк. Бына уның больницанан сығыр көнө лә етте. Зөлфәт менән ҡаршы алырға киттек. Беҙ палатаға килеп ингәндә, бабай больница кейемен үҙенекенә алмаштырып ултыра ине. Беҙҙе күргәс, йөҙө ҡояштай балҡыны.
272 Һине алып ҡайтырға тип килдек, — тинем мин. Бабайҙың йөҙөндә ҡәнәғәтләнеү сағылды. Ярай, ярай, бик рәхмәт, уландар! Лотфулла бабай таҡыялы башына күк эшләпәһен, өҫтөнә ҡара бишмәтен, аяҡтарына резина калуштарын кейгәс, тороп, ишеккә йүнәлде. Йәгеҙ, уландар, яйлап ҡына, йәйәүләп кенә ҡайтайыҡ.
273 Йортомдо, күрше-тирәне һағындым, — тине ул тәрән кисереш менән. Өсәүләп урам буйлап үҙебеҙҙең яҡҡа атланыҡ. Бабайҙың бер яғында — мин, икенсе яғында — Зөлфәт. Аҙна буйы болотлап, ҡайһы берҙә ямғыр һибәләп торғандан һуң, ниһайәт, көн асылып, ҡояш сыҡты, еүешләнеп ятҡан шоссе юлдар кипте.
274 Лотфулла бабай, ҡыуанып, саҡ ҡына күҙҙәрен ҡыҫып, ҡояшҡа ҡарап ҡуя, һалҡынса саф һауаны рәхәтләнеп һулай. Уның ҡарт тәненә көс өҫтәлә, күрәһең: йәһәтерәк атлап китә. Мин элек ҡарттарҙы яратмай һымаҡ инем. Бына Лотфулла бабайға ҡарата бер ниндәй ундай тойғо кисермәйем хәҙер.
275 Бер аҙ шулай атлағас, Фатиха инәй хаҡында ла һүҙ ҡуҙғатырға баҙнат иттем. Бабай, — тинем мин һаҡ ҡына, — һеҙ сөгөлдөрсө Фатиха Зарипова тигән инәйҙе беләһегеҙме? Лотфулла бабай, ғәжәпләнгәндәй саҡ ҡына эйелә биреп, минең йөҙөмә текләп торҙо ла, турайып, көрһөнөп ҡуйҙы. Эй заманалар.
276 Мин альбом төҙөргә уйлауыбыҙҙы, бындай эшкә башҡа отрядтар ҙа тотоноуын, бай материал тупланһа, музей ойошторолоу ихтималын да һөйләп бирҙем. Бабайҙың быға әллә ни иҫе китмәҫ, тип уйлағайным, улай булып сыҡманы. Ул, сикһеҙ шатланып: Бына һәйбәт, бик мәслихәт эш, — тип хупларға керешеп китте.
277 Ҙур булмаған бурама аҙбар буйына ярып өйөлгән утынды күрҙе ул. Был — һеҙҙең эш, шилмалар, — тине, эйәге менән ымлап. — Йә, ни әйтәһең, бабайығыҙҙы шатландырҙығыҙ! Лотфулла бабай, ғәҙәтенсә, әкрен генә атлап, өйгә инде. Инде лә, артабан атларға ҡурҡҡан шикелле, ишек төбөндә туҡтап ҡалды.
278 Уның мыйыҡ аҫтынан йылмайып бирелгән һорауына мин дә шаяртып яуап бирҙем: Был — һинең өй, бабай, тик уны кемдәрҙер йыйыштырғандар, Йыйыштырғандар, тиген, ә, рәхмәт яуғырҙары. Үҙҙәренең ҡулдарынан, игелектәренән ҡыуанһындар. Лотфулла бабай өҫтәл эргәһендәге иҫке генә артлы ултырғысҡа барып ултырҙы.
279 Лотфулла бабай ашыҡмай ғына, варенье менән тәмләп кенә бер сынаяҡ сәй эсте. Икенсеһен яһатып ҡуйҙы ла: Хәҙер бына Фатиха инәйегеҙ хаҡында һөйләй башлаһам да була, — тине, ҡәнәғәтләнеү менән һаҡалын һыпырып. Зөлфәт менән бер-беребеҙгә ҡарашып ҡуйҙыҡ: ҡулыбыҙҙа ҡәләм дә, ҡағыҙ ҙа юҡ ине.
280 Больницаға барырға әҙерләнгәндә, был хаҡта уйға ла килмәгән. «Ярай, — тинем мин эсемдән, — бер сөгөлдөрсө тураһында әллә нәмә һөйләмәҫ әле». Лотфулла бабай, алыҫ йылдарҙы хәтере менән байҡағандай, мөйөшкә ҡарап бер килке тын торҙо ла, ҡапыл башын беҙгә табан бороп, һалмаҡ ҡына һөйләп китте.
281 Эй заманалар. Бөгөнгөләй күҙ алдымда. Өҫтөнә ҡырҡ ямаулы киндер күлдәк кейгән, аяғына иҫке сепрәк урап, сабата бәйләгән, иңенә тоҡсай аҫҡан ун ике-ун өс йәштәрҙәге хәйер һорашыусы йәтимә ҡыҙыҡай. Атаһы герман һуғышында ятып ҡалғас, әсәһе ваба сиренән үлгән. Иҫке, тәпәшәк өйҙә бер үҙе.
282 Көндөҙҙәрен кеше тупһаһын тапап үткәрһә лә, төндәрен, атаһын, бигерәк тә әсәһен юҡһынып, мендәрен аҙ сылатмағандыр, моғайын. — Бабай, тамағын ҡырып, бер аҙ ғына тынып торҙо ла, һыуына башлаған сәйен ҡулына алып уртланы, унан, сынаяғын ипләп кенә ултыртып, малайҙарға ҡараны.
283 Юҡ-юҡ, ҡыҙым, — ти тегеһе, хәйләләп, — йәш түгел инде һин, тап алма кеүек өлгөрөп еткән сағың. Шундай саҡта тормошҡа сығып ҡалмаһаң, һуң була ул. Әле бына тигән урыны ла йылмайып тора. Фатиха һүҙҙең нимәгә табан барғанын да, уны кем менән бәйләргә йыйыныуҙарын да һиҙенә.
284 Бындай бәхет һәр кемгә лә теймәй. Ундай бәхет миңә кәрәкмәй, — ти ҡыҙыҡай, өҙөп. Бынан һуң Тимерйән төлкө тиреһен һалып ташлай. Беҙ һиңә ниндәй бәхет кәрәген яҡшыраҡ беләбеҙ, — ти ул, ҡара көйөп. — Үлергә дусар булған сағыңда, урамдан алып инеп, һине үҙ балабыҙҙай күреп үҫтерҙек.
285 Фатиха өндәшмәй. Тимерйән, һүҙҙе бөткәнгә һанап, эйәге менән генә уға китергә ишара яһай. Бай өсөн яҡшы ат ҡаршыһында йәтимә ҡыҙҙың яҙмышы һуҡыр тингә лә тормай ине, әлбиттә. Йәш булһа ла, күпте күреп, күпте кисереп өлгөргән Фатиха быны күңеле менән тоя һәм үҙе өсөн мәғҡул бер ҡарарға килә.
286 Шул уҡ төндө ул Тимерйәндәр өйөнән сығып китә. Иртән уны ауыл буйлап эҙләп ҡараһалар ҙа, таба алмайҙар. Лотфулла бабай һөйләүҙән туҡтап, сынаяғына сәйнүктән сәй ҡойоп алды ла яйлап ҡына эсә башланы. Күрәһең, тамағы кибеп киткәйне. Беҙ түҙемһеҙлек менән уның һүҙҙе дауам итеүен көттөк.
287 Шунан һуң ғына Зөлфәткә күҙ ташлап алды ла йәнә һалмаҡ ҡына һөйләп китте. — Ә Фатиха таң атыр-атмаҫтан ҡалаға юл тота. Яҡшы кешеләргә тап булып, унда эшкә урынлаша. Йәштәр менән аралашып, ҡыйыулана төшә, күп кенә нәмәләрҙе аңлай башлай. Оҙаҡламай революция була, батшаны төшөрәләр.
288 Бер саҡ ҡалала культура-ағартыу эштәренә өйрәтеүсе курс асыласағы хаҡында хәбәр тарала. Быны ишеткәс, Фатиханың тыныслығы юғала: нисек тә шунда эләгергә ҡарар итә. Әҙерлеге наҡыҫыраҡ булһа ла, камсамулка ҡыҙ аптырап ҡалмай, үҙ тигәненә ирешә. Курста уҡып, таныҡлыҡ алып, тыуған яғына ҡайта.
289 Ул беҙҙе һәр саҡ дәртләндереп торҙо. Беҙ үҙебеҙҙең камсамул булыуыбыҙ, халыҡты яҡтылыҡҡа, яңы тормошҡа әйҙәүебеҙ менән бик ғорурландыҡ. Ә Фатиха, клуб, уҡыу өйө мөдире эштәрен алып барыу менән бергә, халыҡты, айырыуса йәштәрҙе уҡырға-яҙырға өйрәтеүгә лә күп тырышлыҡ һалды.
290 Эй заманалар. Совет тип, яңы тормош тип, Фатиха тынғы белмәне, илһамланып йәшәне. Был — Совет власы дошмандарына оҡшап бөтмәне. Шуға ла уға һөжүм ойошторола. Спектакль ҡуйып, һуң ғына өйөнә ҡайтып килгәндә, урамдың ҡараңғы мөйөшөндә баҙыҡ кәүҙәле, ҡара мыйыҡлы берәү Фатиханың ҡаршыһына сығып баҫа.
291 Юлбаҫар бысаҡлы ҡулы менән икенсе тапҡыр һелтәнәм тигәндә генә кемдер күҫәк менән уның башына ҡундыра, теге шунда уҡ артына ауа. Тамам хәлһеҙләнгән Фатиха Нурислам исемле комсомолецты танып һәм шатланып, уның күкрәгенә килеп ҡаплана. Нурислам күптән үк Фатиханы яратып йөрөгән икән.
292 Был кистә лә ана шулай итә ул һәм Фатиханы үлемдән ҡотҡарып ҡала. Был хәлдән һуң Фатиха айҙан артыҡ больницала ятты. Уның йөрәк тәңгәленән юғарыраҡ күкрәге яраланғайны. Комсомулка ҡыҙҙың эштәре, төнгө фажиғә тураһында газеталарҙа яҙып сыҡтылар. Уға тиҫтәләгән хаттар килде.
293 Бабайҙан күҙен алмай ултырған Зөлфәттең ауыҙы асылып ҡуйҙы. Комсомол туйы ул саҡта ла бар инеме ни? — тип һорай һалды ул. Фатиханың туйы бына шулай үтте, һәр кем уның шатлығын уртаҡлашырға теләне. Оҙаҡламай Нурислам ауылға беренсе тракторҙы алып ҡайтты ла халыҡты шаҡ ҡатырҙы.
294 Үҙенең ҡорос айғыры менән яңы ғына ойоша башлаған колхоз ерҙәрен һөрҙө. Кешеләрҙең күңеле күтәрелде, улар бергәләп эшләүҙең тәмен тойҙо. Был ваҡытта Фатиха китапханасы вазифаһын үтәй ине. Элеккесә ихлас һәм ал-ялһыҙ эшләне. Әммә һуғыш алдынан сәләмәтлеге ҡаҡшағайны уның.
295 Уның әсәһе лә сөгөлдөрсө ине бит. — Бабай сәй менән тамағын сылатты ла сынаяғын ҡаплап ҡуйҙы. — Фатиха — оло рухлы кеше ине. Сөгөлдөр үҫтереүгә лә үҙенә хас ғәйрәт менән тотондо ул. Мин колхоз председателе булһам да, был яңы шөғөлгә, беҙҙең ерҙе үҙ итерме, уңырмы, тип шикләнеберәк ҡарай инем.
296 Лотфулла бабай һөйләгәндәрҙе Зөлфәт менән икәүләп тырышып-тырышып ике көн яҙҙыҡ. Айырым урындарын йәнә барып һорашырға тура килде. Яҙыу еңел булмаһа ла, эште бөткәс, икебеҙ ҙә шатландыҡ. Ҡара әй, Фатиха инәй ысынлап та герой булған бит, — тине Зөлфәт, тулҡынланып. Эйе, — тинем мин, уны йөпләп.
297 Әммә аҡылы менән ҡайһы саҡта өлкән кешене хәтерләтеп ҡуя. Гел «бишле» - гә уҡыу менән бергә, отрядтарындағы йәмәғәт эштәрен, минән айырмалы булараҡ, ихлас башҡарып йөрөй ул. Ағай, — тине һеңлем, үҙенә хас булмағанса, уңайһыҙланып, — һеҙ Лотфулла бабай янына инеп-сығып йөрөйһөгөҙ шикелле.
298 Ярайһы, — тинем мин, аптырап. — Ә ниңә кәрәк ул һиңә? Ни... — тип һеңлем, әйтергәме, әйтмәҫкәме тигәндәй, тотлоғоп торҙо ла, — уның тормош юлын өйрәнергә булдыҡ, — тине. Оһо, — тинем мин, ғәжәпләнеп. Был хәбәр Зөлфәттең күңелен күтәреп ебәрҙе, буғай. Һәйбәт эш, — тине ул, йылмайып.
299 Ана, Фатиха инәйҙең яҙмышы ошо хаҡта һөйләмәйме ни! Ғөмүмән, уның тормош юлы күҙемде асҡандай булды. Нисектер, үҙем дә һиҙмәҫтән, кешеләргә, уларҙың эштәренә етдиерәк ҡарай башланым. Шул Асманға асыуым мине һуҡырайтҡан, күрәһең. Фатиха инәй ауылыбыҙҙағы яҡты йондоҙҙарҙың береһе булған бит.
300 Үҙенең хеҙмәттәре, йөрәк ялҡыны менән башҡаларҙы йылытҡан, шатландырған. Инде был йондоҙ һүнһә лә, уның нурҙары һаман кешеләргә һирпелә, матурлыҡҡа, яҡшылыҡҡа әйҙәй. Нисек башта уҡ шуны аңламаным икән? Беҙ Фатиха инәй тураһында иҫтәлекте мәктәпкә алып килгәс, был үҙенә күрә бер ваҡиға булды.
301 Уның бөтә йөҙөн алһыу ялҡын ялмаған. Тулҡынланалыр. Ни тиһәң дә, өләсәһе бит. Альбом төҙөү эшенә ул да дәртләнеп ҡушылып китте, өләсәһенең бер нисә фотоһүрәтен, уның тураһында ҡасандыр газетала баҫылып сыҡҡан мәҡәләне һәм орден-миҙалдарын, Почет грамоталарын алып килде.
302 Зәлифә Венер ағайға йүгерҙе. Өлкән вожатый беҙҙе шунда уҡ тынысландырҙы. Әйберҙәр әлегә урынында ятып торһон. Музей төҙөлөү менән үҙебеҙ һоратып алдырырбыҙ, тик уларҙы һаҡлау, улай ғына түгел, тағы ла яңыларын табыу эшен Асманға йөкмәтәбеҙ, — тине. Асман быға бик ҡәнәғәт ине.
303 Уңыш байрамы. Ул беҙҙә һуңғы йылдарҙа гел үткәрелеп килә. Көҙҙөң бер матур көнө шуға арнала. Быйыл беҙ уңыш байрамына айырыуса тырышып әҙерләндек. Мәктәп залы, кластар биҙәлде. Ошо тантанаға арнап, стена газеталары сығарылды. Үҙебеҙ ҙә бөхтәрәк, матурыраҡ кейенеп килергә тырыштыҡ.
304 Бына нурҙар сәсеп торған яҡты залға бөтә мәктәп уҡыусылары, өлкәндәр йыйылды. Ә сәхнәлә, президиум өҫтәле артында, мин Гөлғәйшә Мөрсәлимовна менән Лотфулла бабайҙы, Ибраһим ағайҙы һәм тағы бер нисә колхозсыны күрҙем. Директорҙан башҡаларының һәммәһенең күкрәктәрендә орден-миҙалдары балҡып тора.
305 Лотфулла бабайға айырыуса һоҡланып ҡараным. Яңы һоро костюмын кейеп, күкрәгенә наградаларын тағып алғас, ниндәй һөйкөмлөләнеп, йәшәреп киткән ул! Тантаналы кисә асылғас, беренсе һүҙ Гөлғәйшә Мөрсәлимовнаға бирелде. Ул һалмаҡ атлап трибунаға сыҡты һәм залға ҡарап үтә ихласлыҡ менән йылмайҙы.
306 Был көнгә бөтә колхозсылар менән бер рәттән, беҙ ҙә арыу уҡ тос бүләк менән килдек. Малдарға аҙыҡ әҙерләүҙә, урып йыйыуҙа актив ҡатнаштыҡ. Ә беҙ үҫтергән татлы сөгөлдөрҙөң һәр гектары алты йөҙ центнер уңыш бирҙе! Һуңғы һүҙҙәрҙе ишетеү менән бөтә зал урынынан күтәрелеп ҡул сабырға кереште.
307 Президиумдағылар ҙа, аяҡ өҫтө баҫып, уҡыусыларға ҡушылды. Башҡалар менән бергә мин дә ҡыуандым, ғорурландым. Гөлғәйшә Мөрсәлимовна йәнә эштә айырыуса тырышлыҡ күрһәткән уҡыусыларҙы һанап китте. «Мине иҫкә алмаһа ярар ине», — тип уйлап та өлгөрмәнем, исем-фамилиям яңғырап та китте.
308 Сөгөлдөр үҫтереүҙә, уны юғалтыуһыҙ йыйып алыуҙа айырыуса тырышып эшләгән балаларыбыҙҙы колхоз идараһы китаптар менән бүләкләргә ҡарар итте, — тине лә, ҡулындағы ҡағыҙға күҙ төшөрөп алғас, һигеҙенсе класта бер ҡыҙыҡайҙың исемен әйтте. Ҡыҙыҡай трибуна янында ғына ултырған икән.
309 Рәхмәт! — тине ҡыҙыҡай, тулҡынланыуҙан бит остары алһыуланып. Бүләктәр тапшырыу залда ҙур йәнләнеү тыуҙырҙы. Сәхнәгә күтәрелгән һәр уҡыусыға гөрләтеп ҡул саптыҡ. Бына Зәлифәнең дә исем-фамилияһы әйтелде. Ҡыҙыҡай, Ибраһим ағай ҡаршыһына килеп, бүләк-китапты алғас та, урынына төшөп ултырырға ашыҡманы.
310 Мин бүләк көтмәй инем. Теге ваҡытта Зөлфәт менән һөйләшкәндән һуң, бүләккә түгел, маҡтап телгә алынырға ла лайыҡһыҙ булыуымды аңлағайным инде. Етмәһә, класта ҡайһы бер оҙон телдәрҙең: «Берәүҙәр тир түгә, икенселәр маҡтала», — тип төрттөрөүҙәрен дә ишетергә тура килгәйне.
311 Ныҡ тулҡынланыуҙан биттәрем янып, урыныма ултырҙым. Ибраһим ағай, был ниндәй хәл тигәндәй, бер миңә табан, бер президиум яғына ҡарап алды. Гөлғәйшә Мөрсәлимовнаның йөҙөндә лә ғәжәпләнеү билдәһе сағылды. Тик ул үҙен бик тиҙ ҡулға алып: Эй Шәүкәтов, һабаҡты бирҙең һин беҙгә, — тине.
312 Лотфулла бабай тураһындағы альбомды асып ҡарағы килә ине. Сөнки иптәштәре менән һеңлем Гөлшат уны эшләгәндә Зөлфәт менән минең дә өлөш инде. Улар өсөн бабай менән әңгәмәне беҙ ойошторҙоҡ. Үҙебеҙҙең тәжрибәгә таянып, ҡарттың тормош юлын һәйбәтләп яҙып сығырға ла ярҙамлаштыҡ.
313 Һәйбәт әле, — тинем мин. Венер ағай миңә һынабыраҡ ҡараны. Хеҙмәт ветерандары менән осрашыу сборына әҙерлек нисек бара? Әҙерләнәбеҙ, — тинем мин, нисектер, вайымһыҙ күренергә тырышып. — Фатиха инәй тураһында материалдар туплауҙы дауам итәбеҙ. Ярайһы, улай булғас, — тине Венер ағай, хуплап.
314 Ҡара әйҙә, — тине һәм, шкафты асып, ҡалын ғына альбомды алды ла минең алға, өҫтәлгә, ҡуйҙы. Зөлфәт менән икебеҙ ҙә альбомға эйелдек, һеңлемдәр, ҡулдарынан килгәнсә, уны биҙәргә тырышҡандар. Тышына, журналдарҙан киҫеп алып, һалдаттарҙың һуғыштағы батырлығын күрһәткән бер нисә һүрәт йәбештергәндәр.
315 Уларҙа туптан атып торған артиллеристар ҙа, танкылар артынан һөжүмгә барған уҡсылар ҙа, осоп барыусы ике-өс истребитель дә бар. Әммә иң иғтибарҙы йәлеп иткәне — лейтенант Егоров менән сержант Кантарияның рейхстаг көмбәҙенә байраҡ ҡаҙап торғанды сағылдырған һүрәт. Ул күңелдә тантана, ғорурлыҡ уята.
316 Шуға күрә уҡып торманыҡ. Бары тик яугирҙың төрлө йылдарҙағы фотоларын, альбом биттәренә йәбештерелгән йәки яһап ҡуйылған матур-матур һүрәттәрҙе генә ҡыҙыҡһынып ҡарап сыҡтыҡ. Уның ғүмеренең һәр осоро үҙенсә матур һәм һоҡланғыс. Революциянан һуң ул ауылда тәүге комсомолец, тәүге колхозсы булған.
317 Альбомдың һуңғы битен ябып, пионер бүлмәһенән сыҡҡанда, мин ошо хаҡта уйланым һәм Зөлфәткә ҡарап ҡуйҙым. Уның да йөҙө етди ине. Бәлки, ул да Лотфулла бабай хаҡында уйлағандыр. Мәктәп ҡапҡаһы төбөндә беҙгә Вәсиф осраны. Ул беҙҙең ҡайҙа ингәнде күреп ҡалып, көтөбөрәк торған икән.
318 Шым ғына ҡайтыр яҡҡа атланыҡ, һиҙәм: Вәсиф миңә ҡарап-ҡарап ҡуя. Моғайын, үҙемә генә әйтер һүҙе барҙыр, тик Зөлфәт алдында уңайһыҙлана, күрәһең. Шулай ҙа, тыҡрыҡты сыҡҡас, беҙҙең юлдар айырыласағын аңлап, ул һүҙ башланы. Тамир, уңыш байрамында минең хаҡта яҡшы һүҙең өсөн рәхмәт.
319 Вәсиф, ҡулымды ҡыҫып тотҡас, саҡ ҡына арыраҡ киткән Зөлфәткә ҡарап алды. Тамир, — тине ул, тауышын әкренәйтеп, — һинең, алда мин ғәйепле бит. Һинең ниндәй ғәйебең булһын? Бар шул, — тине Вәсиф үкенес менән һәм аяҡ аҫтына төбәлде. — Асман менән һинең дуҫлығың өҙөлөүҙә минең дә ғәйеп бар.
320 Һеҙ гел бергә булдығыҙ. Был мине бик көнләштерә торғайны. Һуңынан, һеҙ дошманлашып йөрөй башлағас, мин бик үкендем, тик ғәйебемде танырға булдыра алманым. Ғәфү ит! Вәсиф, бәлки, минең ҡабынып китеүемде, әрләүемде көткәндер. Ләкин күңелемдә уға ҡарата асыу ҙа, үпкә лә юҡ ине.
321 Ярай инде, үткән эшкә — салауат, — тинем. Был һүҙҙәрҙән һуң Вәсифтең башы күтәрелеп, йөҙө яҡтырып китте. Беләһеңме, үҙемдең ғәйепте Асманға ла һөйләп, һеҙҙе дуҫлаштыра алам. Кәрәкмәй, — тинем мин шунда уҡ. — Асман менән дуҫлаша алмамдыр. Беҙ ул саҡта бәләкәйерәк инек, әлбиттә.
322 Лотфулла бабайға арнап та шундай уҡ стенд һәм витрина яһаныҡ. Колхоз тарихында үҙ хеҙмәттәре менән айырыуса дан ҡаҙанған тиҫтәләгән кеше музейҙа урын алды. Эҙләнеүҙе әле лә дауам итәбеҙ. Беренсе тракторсы Нурислам Зарипов тураһында ла материалдар туплайбыҙ. Был эш бөтә балаларҙы мауыҡтырҙы.
323 Һәр көндө бында тегеһен — тегеләй, быныһын — былай итеп йөрөй, килеүселәрҙе ҡаршы алып, уларға үҙе белгәндәрҙе һөйләй. Шуныһы ғәжәп, элек туҡтауһыҙ сирләп, өйөнән сыҡмай ятҡан, сыҡһа ла ҡапҡа төбөнән китмәгән Лотфулла бабай хәҙер һис тынғы белмәй, йыш ҡына мәктәптә, музейҙа, колхоз идараһында була.
324 Көн һайын тиерлек өйөнә барып, уға донъя көтөүҙә, колхоз ремонтлап биргән өйөн тәртиптә тотоуҙа ярҙам итәбеҙ. Өҫтәп шуны әйтәм: мин Асман менән дә, Вәсиф менән дә ысынлап дуҫлашып китә алманым. Осрашҡанда һөйләшеп тә торабыҙ, бергәләп төрлө уйындар ҙа уйнайбыҙ, уҡыуҙа ярҙам иткәнем дә бар үҙҙәренә.
325 Ләкин йөрәгемде тулыһынса аса алмайым уларға. Ниңәлер, эске бер көс рухымды бығаулап тора. Ихтимал, мин дуҫлыҡҡа үтә юғары талап ҡуя торғанмындыр. Хәйер, ҡуйырға кәрәк тә ул. Бына мин Зөлфәткә үҙемә ышанған кеүек ышанам, теләһә ниндәй серемде сисә алам. Ул үҙе лә бөтә уйхыялдарын минең менән бүлешә.
326 Ҡарманай ауылының зәңгәр патруль отряды колхоз келәттәре янына йыйылды. Бында ҙур булмаған ҡарауылсы өйө көндөҙҙәрен йыш ҡына буш тора. Ул штаб ролен үтәй. Бөгөнгөләй сыуаҡ иртәлә, ҡояш күтәрелеп кенә килгән саҡта, сәйер еҫтәр аңҡыған тынсыу бүлмәгә инеп тороуҙың хәжәте юҡ.
327 Һүҙҙе тышта ла алып барып була. Уртаса буйлы, әммә баҙыҡ кәүҙәле отряд командиры Әхтәр янып торған ҙур күҙҙәре менән иптәштәрен барлап сыҡты ла һүҙ башланы: Кисә Ҡамышлы буйында патруль командиры Хәйҙәр Моратшин үҙен тейешенсә тотмаған, ҡармаҡ һалыусы бер малайға сәбәпһеҙ бәйләнгән.
328 Нисек булды һуң әле был? Эйе, төштән һуң Хәйҙәр өс иптәше менән Ҡамышлы йылғаһы буйлап китте. Көн бөгөнгө кеүек үк аяҙ, йылы ине, яр буйындағы таллыҡтарҙа ҡоштар һайраша, йылғала әле унда, әле бында балыҡтар ҡарпый. Башта таллыҡ буйында ғына ҡармаҡ һалып торған бер ағайҙы осраттылар.
329 Малайҙарҙы күргәс, ағайҙың ҡаҡса йөҙөндә йылмайыу сағылды. Тәбиғәтте һаҡлайбыҙмы? — тине ул, оҙонса башын ҡыйшайтып ҡарап. — Һаҡлағыҙ әйҙә, һаҡлағыҙ! Һеҙ тотонғас, эш алға китәсәк инде ул. Хәйҙәргә был ағайҙың һүҙҙәре оҡшаманы: ниндәйҙер кинәйә, мыҫҡыллау бар ине уларҙа.
330 Балыҡ күберәк ҡапһын үҙегеҙгә, — тине Хәйҙәр, иптәштәренә үҙ артынан эйәрергә ишаралап. Ошоға тиклем бөтәһе лә һәйбәт барҙы. Тик Хәйҙәрҙең, йәнен ҡыйған әлеге ваҡиға бына шунан һуң булды ла инде. Ҡуйы таллыҡ аша сығып, текә ярға күтәрелделәр. Йәнә бер аҙ барғас, яр һөҙәкләнде.
331 Ҙурыраҡтарын эләктерергә лә хыяллана, тик был бәхет уны әлегә урап үтә. Хәйҙәр, малай янына килеп, сабаҡты тотоп ҡарап торҙо ла: Зур, матур сабаҡ. Бәхетең бар икән, — тип, уны сандыр малайға бирҙе. Тегеһе сабаҡты шешкә теҙеп ҡуйғансы, үҙе, уның ҡармағын емләп һыуға ташланы.
332 Хәйҙәр ҙә, эйелә биреп, яр буйлап уның артынан атланы. Бына бер мәл ҡалҡыуыс ҡапыл һыуға батып китмәһенме! Хәйҙәрҙең тулҡынланыуҙан ҡулы ҡалтыраны, сабаҡты ярға ырғытҡан һымаҡ, әлеге сирткән балыҡты ла күтәреп алмаҡсы булды, тик сыбығы ғына көйәнтәләй бөгөлдө, ә балыҡ күтәрелмәне.
333 Хәйҙәр ҡыҙа башланы. Күпме ҡармаҡ һалырға йөрөнө, бындайы ҡапҡаны юҡ ине шул уға. Был табышты ҡармаҡ хужаһына ҡалдырыу бик тә йәл ине. Шунлыҡтан, бирмәйем, тип тартышҡан сандырға үҙенең, кемлеген күрһәтеп алыуҙы кәрәк тапты: Былай телләшеп торһаң, балығыңды ла, ҡармағыңды ла тартып алдыҡ, киттек.
334 Ул ғына етмәгән, иптәштәре Хәйҙәрҙе, унан өҫтөн ҡуйып, зәңгәр патруль отрядында звено командиры итеп һайлап ҡуйҙылар. Ҡасим йәнә түбәндә, буйһоноусы ғына. Йәнең көймәҫме шунан һуң. Әлеге ваҡиға уны ҡыуандырҙы. Малай үҙенең Хәйҙәрҙән кәм түгеллеген, хатта өҫтөн икәнлеген иҫбатларға иҫәп тотто.
335 Әҙ генә булһа ла бар. Ни бары шуның өсөн генә уны командирлыҡтан алырға ярамай, минеңсә. Мин Ҡасимды алама малай тип әйтмәйем, — тине сәсен малайҙарса алдырған, зәңгәр кофталы, джинсы салбар кейгән ҡыҙ. —- Звено командиры эшен ул да башҡара ала. Бәлки, насар ҙа башҡармаҫ.
336 Ул иптәштәрен, бигерәк тә Хәйҙәрҙе, йыш ҡына яманлап һөйләй. Кисә лә, йорт һайын инеп, уның хаҡында тел шымартып йөрөнө. Улай егетлек түгел ул. Был һүҙҙәрҙән һуң патрулселәр умарта күсе кеүек гөжләне лә китте. Хәйҙәрҙең дә ғәйебе бар. Барыбер уны Ҡасимға тиңләп булмай инде.
337 Теге ике браконьер ваҡиғаһы күҙ алдына килде. Көн киске яҡҡа ауышып һүрәнләнә башлаған саҡ. Хәйҙәр бер нисә иптәше менән Ҡамышлы буйына патрулгә сыҡҡайны. Беләктәрендә — зәңгәр таҫма. Бына улар балыҡ һөҙөп йөрөгән ике ир кешене күреп, шулар тәңгәленә ҡырсынға килеп туҡтанылар.
338 Бына улар йылымдарын һөйрәп ҡырсынға сыҡты. Тиҫтәнән артыҡ йомро сабаҡ, алабуға ҡомда һикереште. Тегеләр, шатланышып, йылтыр тоҡсайға уларҙы тултыра башланы. Хәйҙәр, браконьерҙар ҡаршыһына килеп: Ағайҙар, яҡшы саҡта балыҡтарҙы һыуға ебәрегеҙ, — тине, ҡыҙарынып. — Ә йылымығыҙҙы беҙ алырға тейешбеҙ.
339 Малай йылымды таяғына урарға уҡ керешкәйне, оло ҡорһаҡлы уны төртөп осорҙо. Буталып йөрөмә әле бында, маңҡа! Икенсеһе, шырпы кеүек төҙ буйлы һәм ап-аҡ тәнлеһе, йәшел күҙҙәрен сәйер ялтыратып көлөмһөрәне, тик бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Шулай ҙа уның иптәшен хуплағаны һиҙелеп тора ине.
340 Хәйҙәр, аптырап, Ҡасимға ҡараны. Ни эшләйбеҙ? Теге яурынын ғына йыйырҙы. Белмәйем, һин бит башлыҡ, үҙен, ҡара инде. Шул арала теге ике ир, йылымдарын һөйрәп, йәнә һыуға төшөп китте. Хәйҙәр, көсһөҙлөктән һарыуы ҡайнап, тирә-яҡҡа ҡаранды һәм таллыҡ буйында торған бишекле мотоциклды күреп ҡалды.
341 Бәхетенә, тоҡандырыу асҡысы үҙ урынында ине. Мотоцикл гөрөлтөһөн ишетеп, браконьерҙар ашығып һыуҙан сыҡты. Тик һун, ине инде. Ә бер аҙҙан уларға милицияның участка инспекторы менән осрашырға, «аңлашырға» тура килде. Был ваҡиғанан һуң Хәйҙәрҙең иптәштәре араһында ла, ауылда ла абруйы күтәрелде.
342 Әхтәр ҡулбашын һикертеп ҡуйҙы ла Ҡасимға ҡараны. Һайламанылар. Тегенең йөҙө боҙолоп, иларға етешкәйне. Мин зәңгәр патрулдән китәм. Әхтәрҙең иҫе лә китмәне. Беҙҙе тәбиғәтте, тыуған яҡты һаҡларға бер кем дә көсләп ҡушманы, уға үҙ иркебеҙ менән килдек, үҙ иркебеҙ менән китә лә алабыҙ.
343 Бына Ғаяндың ҡалҡыуысы һелкенеп-һелкенеп ҡуйҙы. Белеп тора ул, ҡармаҡтағы емде табан балығы тәмләп ҡарай. «Әйҙә, ҡыйыуыраҡ бул!» — тине малай, ҡыуанып, һәм, ҡалҡыуысы батып китеү менән, сыбығын күтәреп тә алды, ус аяһы ҙурлыҡ ҡына баҡыр табан һыуҙан йылҡылдап килеп сыҡты.
344 Әммә улай булып сыҡманы. Тиҙҙән Ғаянға йәнә балыҡ эләкте. Был юлы Ринаттың түҙемлеге бөттө. Етте, — тине ул, ҡармаҡ сыбығын ергә ташлап, — бүтән һалмайым, кешенең нисек ҡаптырғанын ҡарап торорға килмәнем, ҡайтам. Ғаян, өтәләнеп, уның янына килде. Шул тиклем ҡыҙма әле, һиңә лә эләгер.
345 Миндә табан ҡармағы бар. Ҡармағын алмаштырғас, Ринатҡа ла балыҡ ҡаба башланы. Уның күңеле күтәрелде. Тик Ғаян һыуҙан табанды йәки сабаҡты тартып сығарған һайын, ул ялт итеп боролоп ҡараны, ҡыҫыҡ күҙҙәрендә көнсөллөк осҡондары сағылып ҡалды. Ҡояш байығайны инде, ҡапыл бер ҡоштоң һайрағаны ишетелде.
346 Бынан алыҫ түгел күл ситенән ике-өс аҙымда ғына бер өйкөм тал ултыра — тауыш шунан килә ине. Тауыш көсәйә төштө, дәртле бер моңға әйләнде. Эйе, был һандуғас йыры ине. Ғаян быны ғына айыра. Ул ҡармағын ҡуйҙы ла сихри моңдарҙы бирелеп тыңлай башланы. Ә Ринат балыҡ ҡаптырыуын белде.
347 Ҡош һайрар инде ул, аҡса һорамаҫ, тыңларға ваҡытың ғына булһын. Әллә беҙ ҙә бер аҙ тыңлайыҡмы? Ҡуй әле, ҡайтырға кәрәк. Бер аҙҙан ике малай, ҡармаҡ сыбыҡтарын һәм балыҡлы йылтыр тоҡсайҙарын тотоп, ауыл яғына атланы. Ринат, маҡтанғандай: Мин һинән күберәк ҡаптырҙым, — тине.
348 Ә Ғаян уны ишетмәне лә, үҙ уйҙарына күмелеп килә ине. Иртәгә һандуғас тыңларға Фәриҙәне саҡырам әле, — тине ул, күңелендә әле генә тыуған серҙе асып. Ринат, һағайып, ауыҙына һыу ҡапҡандай булды, эңер төшмәһә, йөҙө ҡараңғыланып китеүен Ғаян да күрер ине. Фәриҙәгә Ринат үҙе күҙ атып йөрөй ине шул.
349 Математика дәресе бара ине. Оҙон буйлы, ялтас башлы уҡытыусы ағай таҡтаға миҫалдар яҙған саҡта Фәриҙәнең алдына дүрткә бөкләнгән ярты бит ҡағыҙ килеп төштө. Фәриҙә, уны йәйеп, күҙ йүгертеп сыҡты ла йылмайып ҡуйҙы: Ғаян уны Ҡуңыҙлы күле буйына һандуғас һайрауын тыңларға саҡырғайны.
350 Тик уның Ғаян менән осрашып йөрөгөһө килмәй. Былай ул — тәртипле, баҫалҡы малай, яҡшы уҡый ҙа, әммә буйы тәпәш, йыуантыҡ, етмәһә, йөҙө, сәсе ерән. Ә бына Ринат егет тиһәң, дә егет. Буйға Ғаяндан тотош бер башҡа ҡалҡыу, ҡуңыр йөҙө янып тора, ҡыҫығыраҡ булһа ла күҙҙәре ҡап-ҡара.
351 Ғәҙәте шундай. Май айында кистән башлап иртәнгә тиклем һайрай... Һөйләшә-һөйләшә, улар күл буйына, әлеге таллы утраусыҡ тәңгәленә килеп тә еттеләр. Тирә-йүн тып-тын, өйкөм таллыҡта ла бер ниндәй йән эйәһе юҡ кеүек. Бары тик ара-тирә балыҡ ҡарпығанда һыу сыптырлағаны ишетелеп ҡала.
352 Бына-бына һайрап ебәрәсәк. Ысынлап та, оҙаҡ көтөргә тура килмәне, таллыҡтан ҡоштоң тауышы ишетелде. Башта, пианино клавиштарына саҡ ҡына ҡағылып-ҡағылып алғандай, өҙөк-өҙөк өндәр сыҡты; унан, дәртилһамы ташып барған музыкант шикелле, сихри моңдарын тирә-яҡҡа таратты ла таратты.
353 Ғәжәп теүәл ритмлы асыҡ, саф тауыш, көтөлмәгән боролоштар менән йә ҡапыл юғары күтәрелә, йә түбәнәйә. Ул тәбиғәттең үҙе кеүек ябай ҙа, ҡатмарлы ла. Унда икһеҙ-сикһеҙ зәңгәр күк киңлеге лә, ҡояш нурҙарының сыуаҡлығы ла, япраҡтар серләшеүе лә, шишмә сылтырауы ла — бөтәһе лә бар.
354 Һиҙгер йөрәкле кеше шуларҙы тоя, кисерә һәм йәшәү өсөн рухи көс, илһам ала, Ғаян менән Фәриҙә, һәр ҡайһыһы үҙенсә уй-хистәргә сумып, күпме тыңлап торғандарҙыр. Инде ҡараңғы ла төшкәйне. Бер мәл Фәриҙә Ғаян яғына боролдо. Ап-аҡ йөҙөнөң эске бер йылылыҡ менән балҡығаны һиҙелеп тора ине.
355 Улар күл буйына килгәндә, яҡты ине әле. Һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә һалҡынса ел иҫә. Һыу өҫтө, нисектер, асыулы йөҙҙө хәтерләтеп, ҡарағусҡылланып йыйырылып-йыйырылып ала. Өйкөмдәге тал япраҡтары тынғыһыҙ ҡыштырлаша. Был күренештәр күңелгә шом һала. Фәриҙә өшәнеп, ҡалтыранып ҡуйҙы.
356 Унда ни эшләнеләр икән? Һандуғасты ҡурҡытырһың бит. Ә мин, ул унда юҡтыр, тип шомланам шул. Булһа, һайрар ине хәҙер. Ипләп кенә инеп ҡара һуң. Ғаян, һә тигәнсе туфлиҙарын сисеп, салбар балаҡтарын төрҙө лә һаҡлыҡ менән генә күлгә инде. Һыу һалҡын, төбөндәге мәтегә аяҡтар бата.
357 Тик малай быларға иғтибар ҙа итмәне. Бына ул, өйкөмдө шыптырлатмай ғына аралап, эскә ҡараны һәм үҙ күҙҙәренә үҙе ышанманы: талдар төбөндә, ерҙә, бәләкәй генә түңәрәк оя аунап, тирә-яғында мамыҡтар туҙып ята. Ҡараңғыраҡ булһа ла, Ғаян бармаҡ башындай ғына һоро йомортҡа ҡабығын да шәйләне.
358 Ғаян әкрен генә башын күтәрҙе һәм күңеле төбөнән сыҡҡан бер генә һүҙен әйтә алды: Һин дә. Шәфҡәтһеҙ берәү ояһын туҙҙырғандан тәбиғәттә һандуғас бөтмәҫ. Был төбәкте ташлап китһә, икенсеһен үҙ итер, ҡәҙимгесә һайрар, оя ҡорор, балалар сығарыр. Шулай ҙа шәфҡәтһеҙҙәр булмаһын ине.
359 Ә теге үҙе ҡайтып ингәс, ҡайҙа булыуын һорашырға, ниңәлер, Ғилман да, мин дә онотабыҙ. Шулай ҙа бер көндө, кискә табан Наил бүлмәгә күҙен күгәртеп ҡайтҡас, Ғилман был хаҡта һүҙ ҡуҙғалып: Эй һин, лилипутия вәкиле, әллә берәҙәклектә йөрөйһөңмө? — тип һораны, шаяртҡандай йылмайып.
360 Әйҙә инде, — тинем мин, спорт һарайы яғына атлап. Ғилман теләр-теләмәҫ кенә миңә эйәрҙе. Боксерҙар шөғөлләнгән залда Наилды күрҙек. Ул беҙгә алыҫтан ғына баш ҡағып ҡуйҙы ла нимәлер тултырылып аҫып ҡуйылған дерматин тоҡто үҙенең башы ҡәҙәр перчаткалар менән тырышып-тырышып дөмбәҫләргә кереште.
361 Беҙ бәхәсләшеп алабыҙ. Ә Наилдың иҫе лә китмәй, ғәҙәтенсә, йылмая ғына. Ярышта һуңғы урындарҙың береһен алыуына ла әллә ни ҡайғырманы шикелле, һәр хәлдә, морон төшөрөп йөрөгәне һиҙелмәне. Элеккесә, күнекмәләрҙән ҡалманы, күҙен күгәртеп, ирендәрен күмәстәй күптереп ҡайтҡан саҡтары ла булды.
362 Бөтә буш ваҡытын китапханала үткәрҙе, бүлмәлә лә ярты төндәр ауышҡансы дәреслектәр, ярҙамсы әсбаптар менән шөғөлләнеп ултырҙы. Беҙ бер ниндәй секцияға йөрөмәһәк тә, Наил менән бер сама уҡый инек. Бер көндө, техникум китапханаһынан ҡайтышлай, яңы газета эленгән витрина алдында туҡталдым.
363 Шул Наил арҡаһында инде. Газета күрһәм, үҙем дә һиҙмәҫтән, спорт хәбәрҙәренә күҙ ташлайым: боксерҙар хаҡында берәй нәмә яҙмағандармы, йәнәһе. Был юлы өмөтөм аҡланды. Кескәй генә бер мәҡәләлә ике ҡала боксерҙары ярышында Наил Вәлиуллиндың иң еңел ауырлыҡта беренсе урынды алыуы хаҡында әйтелгәйне.
364 Наил ултырғысынан һикереп торҙо. Киттек. Улар ҡуҙғалғас, мин дә тороп ҡала алманым. Кинофильм ҡарап, һуң ғына ҡайтып киләбеҙ. Ноябрь урталары булһа ла, көн артыҡ һыуыҡ түгел. Шулай ҙа йылы залдан сыҡҡанғамы, әллә еңелсә курткалар ғына кейеп алғанғамы, бер аҙ өшәнеп, бөршәйеберәк атлап барабыҙ.
365 Ҡаланың шәхси йорттарҙан торған өлөшөн үткәндә, бер ҡараңғыраҡ тыҡрыҡтан асырғанып ҡысҡырған ҡатын-ҡыҙ тауышы беҙҙе шып туҡтарға мәжбүр итте. Ҡотҡарығыҙ! Шунда уҡ уның тауышы өҙөлдө. Ым-м... — тип иламһырағаны ғына ҡолаҡҡа инеп ҡалды. Беҙ, ни эшләргә лә белмәй, тыҡрыҡ яғына ҡараныҡ.
366 Шунда уҡ ҡурҡыныс бер хәлде һиҙенеп, хәүефләнеп, бер-беребеҙгә ҡараштыҡ. Тайҙыҡ бынан, ундай нәмәгә ҡатышып бәләгә тарыуың бар, — тине Ғилман. Һин нимә? — тип ҡысҡырып ебәрҙе Наил һәм, ҡулын һелтәп, ҡараңғы мөйөшкә йүгерҙе. Мин дә уның артынан ташландым. Ғилман да беҙҙең арттан ыңғайланы.
367 Ир кеше, үҙ алдында бер бәләкәй генә малайҙы күреп һәм асыуы сығып, Наилдың яғаһынан эләктереп алмаҡсы булды. Иптәшебеҙ тайшанып өлгөрҙө. Теге лә күпте күргән сәпсек ине, буғай. Ҡулы һауала аҫылынып ҡалғас, тибеп ебәрмәксе итте. Ләкин Наил күҙ асып йомғансы икенсе яҡҡа һикереп ҡотолдо.
368 Ир кеше, ханымды ебәреп, көрәктәй ҡулы менән Наилға һалып ебәрергә теләп, ҡапыл һелтәнде. Тик был юлы ла бушҡа ғына, ҡулы бары тик һауаны ғына ярып үтте. Шул арала нисек яйын тура килтергәндер, Наил тегенен, яңағына шундай итеп тондорҙо: ир кеше, «ы-ы» тип ыңғырашып, ергә ауҙы.
369 Егеттәр, ебәрегеҙ! — тип ялынды ул беҙгә. Үҙенән араҡы еҫе бөркөлә ине. Инде һушына килгән йәш ханым: Ебәрә күрмәгеҙ юлбаҫарҙы, — тине нәфрәт менән. Уның биттәре буйлап күҙ йәштәре ағып төшкәнен шәйләнем. — Кинонан ҡайтып килгәндә, көтмәгәндә ошонда эләктереп алды ул ҡәбәхәт.
370 Яҡындағы милиция участкаһына алып барып тапшырҙыҡ. Ул байтаҡтай бирле ғәҙел хөкөмдән ҡасып йөрөгән бер енәйәтсе булып сыҡты. Был хәлдән һуң икенсе көндө үк беҙ спорт һарайына барҙыҡ. Ғилман көрәш секцияһына яҙылды, ә мин — самбоға. Оҙаҡламай Наил ҙур бер ярышта ысынлап та беренсе урынды яуланы.

Связаться
Выделить
Выделите фрагменты страницы, относящиеся к вашему сообщению
Скрыть сведения
Скрыть всю личную информацию
Отмена